Мәсетле районы суд приставтары хеҙмәтендә Азат Ҡәләмов иң тәжрибәле һәм “өлкән” хеҙмәткәрҙәрҙең береһе һанала.
1-се һанлы Оло Ыҡтамаҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, уҡыуын Дыуан ауыл хужалығы техникумында дауам итә ул. Бер йылдан армия сафына хеҙмәткә саҡыралар. Ҡытай сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт итә. Хеҙмәттән һуң, уҡыуын дауам итеп, ҡулына диплом алғас, “Райсельхозтехника” ойошмаһында эш башлай. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр институтында ситтән тороп юғары белем ала.
– Бөтә ил буйлап ауыл хужалығы предприятиелары өсөн ауыр йылдар башланғас, “Райсельхозтехника” ойошмаһы өсөн дә эҙһеҙ үтмәне. Суд приставтары бүлеге начальнигы Илдар Шәйәхмәтов суд приставтары хеҙмәтенә эшкә саҡырғас, мин риза булдым, – тип хәтерләй Азат Мөхәмәтхаяз улы. – Быйыл минең суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеү (ОУПДС) буйынса суд приставы булып эшләгәнемә 16 йыл тулды.
Мәҡәләнең тулы варианты "Мәсетле тормошо" гәзиттең 87-се һанында (30.10.2020).