Автомобилистар көнө – төрлө өлкәлә транспорт менән идара итеүселәрҙең ҡаҙаныштарын таныу көнө.
Беҙ машина йөрөтөүселәрҙең һөнәри байрамы алдынан “ГИП-Электро” йәмғиәтенең башҡа хеҙмәткәрҙәре менән берлектә районыбыҙ энергетика тармағы эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән ойошма водителе Аркадий Мальцев хаҡында һөйләргә булдыҡ.
Яуаплы һәм намыҫлы, белемле һәм дисциплиналы, үҙ эшенең ысын оҫтаһы –шулай, ти, уның тураһында “ГИП-Электро” йәмғиәте начальнигы Павел Антипин.
Аркадий Григорьевич 30 йыл хеҙмәт стажы булған водитель, ул барлыҡ категория хоҡуҡтарына эйә. Малай сағынан уҡ техника менән ҡыҙыҡһына, машина йөрөтөргө өйрәнә. Балиғ булғас, транспорт йөрөтөргә хоҡуҡ ала. Армияла хеҙмәт иткән ваҡытта “УАЗ” һәм “ЗИЛ” автомобилдәре руле артына ултыра. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, “Мәсәғүт” совхозында машина йөрөтә, һуңынан Мәсетле район электр селтәрендә, 86-сы янғын һүндереү часында водитель, 2017 йылдан алып бөгөнгө көндә лә “ГИП-Электро” йәмғиәтендә электромонтер-водитель булып эшләй.
– Эшем миңә оҡшай, – ти Аркадий Григорьевич. Коллектив татыу, берҙәм, кәрәк икән ярҙам итергә әҙерҙәр. Ҙур тәжрибәгә эйә булған һәм техниканы яҡшы белгән Фёдор Швецов, Азат Ҡотлоев һәм Игорь Крашенинников менән иңгә-иң терәп эшләйбеҙ. Машина менән идара итеүҙән тыш, минең бурысым – электр селтәрҙәрен ремонтлау, счетчиктарҙы алмаштырыу. Төрлөһө була: янғын һүндерергә сығабыҙ, ауылдарҙа электр уты булмаған осраҡта ауыл халҡынан саҡырыуҙар ҡабул итәбеҙ, абоненттарҙы электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү эшен башҡарабыҙ. Был бик мөһим һәм яуаплы эш. Беҙҙең ойошмала һәр водителгә машиналар беркетелгән, уларҙы ваҡытында көйләп торабыҙ. Эшебеҙҙә иң мөһиме – тиҙ ҡарар ҡабул итеү, шуға ла машиналар эшкә һәр саҡ әҙер, ә водитель урамдарҙың нисек урынлашҡанын, йорт атамаһын, теге йәки был йортҡа үтергә уңайлы юлды белергә тейеш, – ти ул.
Аркадий Григорьевич ҡатыны менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Күп йыллыҡ стажға эйә водитель буш ваҡыттарында балыҡ ҡаптырыу менән мауыға, уңайы тура килгәндә ғаиләһе менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата.