Әнис Ниғмәтйәнов, Теләш ауылы:
– Элек ауылда шәхси автомобилдәр юҡ, колхозға алдынғы хеҙмәткәрҙәргә генә машиналар ебәрәләр ине. Шулай итеп, ауылда тәүге автомобиль сусҡа фермаһы зоотехнигында барлыҡҡа килде. Ул ваҡытта автомобиль түгел, тәгәрмәс алыу ҙа мөмкин түгел ине. Тәүге “ГАЗ-69” автомобилемде мин 1974 йылда һатып алдым. Уны Өфөлә таныштарҙан ҡулдан алдыҡ.
Азамат Ҡәләмов, Оло Ыҡтамаҡ ауылы:
– Минең тәүге автомобиль – “ВАЗ-2101”. Халыҡ телендә уны “копейка” тип йөрөтәләр. Ябай, ышаныслы. Өй һала инем, шуға күрә ул хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә яҡшы булды: төҙөлөш материалдары килтерергә, кәрәкле ергә барырға. Кисен йыуаһың да – осрашыуға. 90-сы йылдарҙа башлыса үҙ илебеҙ автомобилдәре булды. Сит ил автомобилдәре алыу мөмкинселеге юҡ ине.
Илфат Мәүликаев, Ҡорғат ауылы:
– Миңә 2000 йылда күк төҫтәге “копейка” һатып алдылар. Уның менән бик күп тәьҫораттарым бәйле минең. Береһендә ҡыш йәйге тәгәрмәстәр менән буласаҡ ҡатынымдың өйө ҡоймаһына барып бәрелдем.
Марат Әхмәтшин, Оло Ыҡтамаҡ ауылы:
– “ВАЗ-21099” булды минең тәүге автомобилем. Уңайлы түгел, гел ватыла, әммә тәүге машинаң бит, шуныһы менән дә ул – иң шәбе! Әле һаман айырым бер йылылыҡ менән иҫкә алам. Уның менән төрлө ҡыйынлыҡтар ҙа булып торҙо инде. Бер шулай көҙ Өфөнән районға сыҡтым. Кискә табан юлдың өсөнсө өлөшөндә елдән һулдағы быяла таҙартҡыс бөгөлдө. Уны ремонтларға тырышыуҙан файҙа юҡ ине, һөҙөмтәлә ямғыр аҫтында ҙур йөк автомобилдәренең уттарына ҡарап йүнәлеш алып һәм 20-30 километр һайын тәҙрәләрҙе һөртә-һөртә ҡайтып еттем.
Марат Сәләхов, Яңы Мишәр ауылы:
– Йөрөргә өйрәнер өсөн атай-әсәйем миңә 2002 йылда ҡыҙыл төҫтә “копейка” һатып алып бирҙе. 2003 йылда армияға алдылар. Мин хеҙмәткә алынған егеттәр тейәлгән автобусҡа ултырыу өсөн трассаға Яңы Яуыш ауылы аша тура сығырға ҡарар иттем. Ҡар яуа башлап, көрттән барырға тура килһә лә, машинам һынатманы. Автобусҡа ултырыр алдынан асҡысты ҡустыма бирҙем, әммә, һуңынан асыҡланыуынса, ул уны ҡыҙҙыра ла алмаған.
Оксана Окунцева, Оло Ыҡтамаҡ ауылы:
– 2008 йылда ирем “ВАЗ-2106” һатып алып бирҙе. Мин водитель таныҡлығы алғандан һуң бер йыл күнекмәләремде нығыттым. Уға тиклем бер аҙ тәжрибәм бар ине инде: урманға еләккә, йылға буйына йөрөгәнем булды. Жигули бик яҡшы транспорт булып сыҡты. Бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла һынатманы. Ямғырҙа ла, ҡарҙа ла йөрөп булды. Бер генә етешһеҙ-леге: боролғанда рулен танктағы кеүек борорға тура килде. Уның шулай булыуын хәҙер йөрөгән Hyundai getz автомобиленә күсеп ултырғас ҡына аңланым.