Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
18 Октябрь 2020, 11:05

Юл һалыу оҫталары

18 октябрҙә юл хужалығы эшсәндәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта, йәйге ҡыҙыу ҡояш, туҡтауһыҙ яуған ямғыр һәм ҡар-бураны аҫтында алһыҙ-ялһыҙ юл һалған, төҙөкләндергән, тәүлек ваҡытына ҡарамай эшләгән водителдәр, эшселәр һәм механизаторҙар өсөн был иң мөһим көн.

Илгиз Фазлетдинов етәкселек иткән Мәсетле юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығында 58 кеше эшләй. Юл тармағы хеҙмәткәрҙәре район һәм республика кимәлендәге 364,6 километр юлды хеҙмәтләндерә. Юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы балансында – дөйөм ҡулланыштағы 15 күпер.
Төҙөү-монтажлау эштәре, буятыу һәм юлдарҙа билдәләр ҡуйыу, яндауыр ҡоймалар, күперҙәрҙәге парапеттар – был йәй көндәрендә башҡарыла торған эштәр исемлеге генә. Унан башҡа ҡыш көндәрендә ауыл биләмәләренә юлды таҙартыу ҙа – уларҙың бурысы. Ҡар яуған ваҡытта, боҙлауыҡ булғанда аварияларға юл ҡуймаҫ өсөн эшселәр юлға махсус ҡатнашма һибә һәм машиналар йөрөгән юлдарҙы ҡарҙан таҙарта.
Эш күләме йылдан-йыл арта. Ремонтлау һәм төҙөлөштө башҡарыу өсөн 30-ҙан ашыу заманса автотранспорттан торған юл ремонтлау техникаһы паркы, асфальт-бетон заводы, төҙөлөш ташы, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы һәм тупраҡ сығарыу карьеры бар. Эштең сифатын үҙҙәренең лабораторияһы тикшерә.
Мәсетле юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы тарафынан “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”, “Башҡорт ихаталары” һәм “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль һәм төбәк программалары тормошҡа ашырыла.
Байрам алдынан ойошмала һөнәрҙәре буйынса иң яҡшы юл тармағы хеҙмәткәрҙәрен билдәләнеләр. “Башкиравтодор” йәмғиәте Почет грамотаһы менән автомобиль водителе Виктор Корзников, бульдозер машинисы Хәмит Зәбихуллин, техник-лаборант Шатморат Хәкимов бүләкләнде. Экскаватор машинисы Владик Рамазанов һәм автомобиль водителе Фуат Солтановҡа рәхмәт хаты тапшырылды.
Автогрейдер машинистары Әлфир Бәҙғетдинов – “Почетлы хеҙмәткәр” билдәһе, ә Байрас Хәйретдинов Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр союзының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ойошманың техникаһы һәр саҡ эшкә әҙер, сөнки бөтә хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренә беркетелгән техникаға яуаплы ҡарай. Заманса машиналарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, юл хеҙмәткәренең эше физик көс талап иткән хеҙмәт булып ҡала һәм шуға ла улар оло хөрмәткә, йылы һүҙгә лайыҡ.
Һүрәттә: Мәсетле юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре (һулдан уңға) Ш. М. Хәкимов, Б. Д. Хәйретдинов, В. В. Рамазанов, Ф. З. Солтанов, Х. З. Зәбихуллин.