Район мәғариф бүлегендә кадрҙар менән эшләгән Нурия Абдрахманова 35 йылға яҡын ғүмерен ошо эшкә бағышлаған. Бер һөнәр буйынса йылдар дауамында йыйылған стаж – ул тәжрибә, белем, күнекмә һәм оҫталыҡтан торған ҙур багаж.
Хеҙмәт юлын комсомолдың район комитетында эш башҡарыусы булып башлай белгес. Өфө индустрия-педагогия техникумында производство оҫтаһы һөнәрен алып сыға һәм Мәсетле төҙөлөш комбинаты оҫтаханаһының кадрҙар бүлегенә эшкә инә. Ул бында 15 йыл хеҙмәт итә, ойошма тарҡалғас, Мәскәү Юғары кадровиктар мәктәбендә “Персоналдар менән идара итеүсе” һөнәре буйынса дистанцион уҡып сыҡҡандан һуң, район мәғариф бүлегендә хеҙмәт юлын дауам итә.
Нурия Миникарам ҡыҙына хеҙмәт бурысы буйынса күпме кеше менән осрашырға тура килгәнен иҫәпләп бөтөрөрлөк түгел, сөнки һәр хеҙмәткәр кадрҙар бүлегенә мотлаҡ
инә. Кешеләр менән бар күңелеңде һалып эшләү һәр кемгә бирелә торған һәләт түгел. Ҙур тәжрибәле белгес һәм иҫ киткес кеше Нурия Миникарам ҡыҙын яҡшы белгән коллегалары уны булмышы менән кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре тип иҫәпләй.
– Кадрҙар хеҙмәте – ул, беренсе сиратта, документтар эше түгел, ә кеше менән аралашыу, – ти ул.
– Кадрҙарҙы һайлап алыу – уңышлы эш нигеҙе. Райондың белем биреү учреждениеларының белем биреү сифаты штатты ғилемле уҡытыусылар менән тәьмин итеүҙән тора. Унан башҡа ла төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк: ял, күсереү, түләү, дәртләндереү. Һәр береһен ҡабул итергә, уларҙың проблемаларын мөмкинселектәрҙән сығып хәл итергә тырышам.
Кадрҙар хеҙмәткәре законға ингән бөтә үҙгәрештәрҙән һәм өҫтәмәләрҙән һәр саҡ бер аҙым алдан бара.
Нурия Миникарам ҡыҙы эш көнөндә норматив акттарҙы, ҡануниәткә һәм Хеҙмәт кодексына ингән үҙгәрештәрҙе өйрәнеү өсөн ваҡыт таба, алған мәғлүмәттәрен коллегалары менән уртаҡлаша.