Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
6 Октябрь 2020, 11:10

Һәр клиентҡа иғтибарлылар

Йыл һайын 6 октябрҙә страховкалау өлкәһендә эшләүсе белгестәр һөнәри байрамдарын билдәләй.

“Рәсәй дәүләт страховкалау компанияһы” агентлығының “Мәсетле” филиалында тәжрибәле етәксе Гөлсинә Әхтәрова ҡулы аҫтында ҙур булмаған, әммә татыу ҡатын-ҡыҙҙар коллективы эшләй.
Ойошмала 3 офис хеҙмәткәре, 20 страховка агенты, ғәмәлдә страховкалау өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән кешеләр, халыҡты хеҙмәтләндерә. Улар бөтә район территорияһында төрлө страховка продукцияһын тәҡдим итә.
Аралашыусан һәм һәр саҡ ихлас күңелле Асия Вәлиева менән Зөбәйҙә Хөснуллина Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡы өсөн страховкалаусы агент ҡына түгел, ә күптән инде яҡын дуҫҡа әйләнгән. Үҙҙәренә тәғәйенләнгән участкала улар страховкалау хеҙмәте күрһәтеп кенә ҡалмайҙар, ә ихласлыҡтары менән яҡшы кәйеф тә бүләк итәләр, аралашыуҙары менән ололарҙың көндәрен төрләндереп ебәрәләр.
Асия Камил ҡыҙы менән Зөбәйҙә Ғарифулла ҡыҙы был агентлыҡта 25 йылдан ашыу эшләйҙәр. Страховкалау өлкәһендә хеҙмәтләндереүсенең шәхси сифаттары ҙур әһәмиәткә эйә. Улар һүҙгә әүәҫ булыуҙары һәм әүҙем тормош позициялары менән айырылып торорға тейеш. Беҙҙең страховкалаусы апайҙарыбыҙ был сифаттарға эйә. Улар һәр ваҡыт бәйләнештә, ҡасан шылтыратһалар ҙа, телефондарын алалар. Аҙнаның ниндәй көнө һәм ваҡыты булыуға һис ҡарап тормай, кәрәк икән, кәңәштәре менән ярҙамға киләләр.
Асия Вәлиева үҙенең хеҙмәт юлын төньяҡта көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатында башлаған. Иренең тыуған еренә – Мәсетле районына әйләнеп ҡайтҡас, уға “Росгосстрах” агентлығында страховкалаусы агент вазифаһын тәҡдим итәләр. Был һөнәргә килгәненә ул бер тапҡыр ҙа үкенмәй. План үтәү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн ул Мәскәүҙә иң яҡшы страховкалау агенттары слетында ҡатнашҡан.
– Мин ҙур теләк менән эшкә йөрөйөм. Кешеләр менән аралашырға яратам, уларға ярҙам итә алһам, ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм, – ти ул.
Зөбәйҙә Хөснуллинаға эшләү осоронда үҙ участкаһындағы кешеләр туған кеүек булып бөткән. Ул һәр береһе менән уртаҡ тел таба.
– Ҡайһы бер клиенттар страховкалауҙың мөһимлеген яҡшы аңлай, шуға ла шылтыратып, страховкалау ваҡыты етеүе тураһында үҙҙәре иҫкәртәләр һәм уны оҙайтыу өсөн саҡыралар, – тип һөйләй Зөбәйҙә Ғарифулла ҡыҙы.
Хеҙмәттәрендәге ҡаҙаныштарына ҡушып, Асия Камил ҡыҙы һәм Зөбәйҙә Ғарифулла ҡыҙы тормош мәғәнәһен тәшкил иткән ғаиләләре: балалары һәм ейәндәре менән ғорурлана ала. Ә ноябрҙә улар 65 йәшлек юбилейҙарын билдәләйәсәктәр.