Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
2 Октябрь 2020, 16:00

Бында кадрҙар әҙерләйҙәр

Бөгөн Рәсәй һөнәри-техник белем биреү системаһына 80 йыл тула. Был Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Дыуан күп профилле колледжы филиалы өсөн дә иҫтәлекле көн булып тора. 25 йылдан ашыу улар хәҙерге заман хеҙмәт баҙарында талап ителгән эшсе һөнәрҙәр әҙерләй.

Уҡыу йорто үҙ ишектәрен 1994 йылда аса. Уның тәүге етәксеһе – Сәғит Кәримов. Ул уҡыу йортон үҫтереүгә оҙаҡ йылдар бар көсөн һала. Машина-трактор паркы, йыһазландырылған лабораториялар, бөтә төр һөнәрҙәр буйынса оҫтаханалар булдырыла, уҡытыусыларҙың төп составы билдәләнә – былар барыһы ла уның тырышлығы менән барлыҡҡа килгән. Ул осорҙа колледж еңел булмаған юл үтә, күп төрлө реформалар кисерә, үҙгәртеп ҡорола.
Хәҙер был уҡыу йортонда урта һөнәри белем алыу өсөн мөмкинселектәр күп. Уны тамамлаусылар хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса III разрядлы электромонтер, ”В” һәм ”С” категориялы автомобиль водителдәре, автомеханик, май-яғыулыҡ станцияһы операторы, ашнаҡсы-кондитер һөнәрҙәрен алып сыға. Ашнаҡсы-кондитерға уҡып сығыу 3 йыл һәм 10 ай тәшкил итә, башҡа һөнәрҙәр буйынса – 2 йыл һәм 10 ай. Студенттар һаны йылдан-йыл арта. Бөгөнгө көндә көндөҙгө бүлектә 231 уҡыусы бюджет нигеҙендә белем ала. Шулай уҡ, филиалда түләүле нигеҙҙә эшсе кадрҙар әҙерләү һәм квалификация разрядын күтәреү мөмкинселеге бар.
Колледж асылғандан бирле бюджет нигеҙендә 4 меңдән ашыу эшсе кадрҙар әҙерләнгән, 5 меңдән ашыу кеше түләүле нигеҙҙә һөнәр алған.
Бөгөн Дыуан күп профилле колледжы филиалы мөдире вазифаһын Рудик Ғарифуллин башҡара. Белемле һәм тәжрибәле 17 уҡытыусы эшләй, шулар-ҙың һигеҙе юғары квалификацияға эйә. Мастерҙар Юрий Балдин, Ринат Вәлиев, Әлфиә Сибәғәтуллина, Вәис Ваһин колледждың ғорурлығы булып тора. Ҡәҙер Вәликәев оҙаҡ йылдар машиналар йөрөтөү буйынса инструктор булып эшләй.
Дания Ҡорбанова, Вәсилә Сәфиуллина, Роза Терентьева, Зөлфиә Бикташева, Фәрит Мөхәмәтов, Басыр Дилмөхәмәтов, Владик Тәүәкәлов, Эдуард Мөфлиханов, Ринат Әхмәтйәнов – колледждың белемле һәм тәжрибәле белгестәре. Дания Ҡорбанова – Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы. Фәрит Мөхәмәтов һәм Роза Терентьева күп йылдар дауамында һөнәри эшмәкәрлек эшен әүҙем алып барғандары өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы грамоталары менән бүләкләнгән.
24 уҡытыусы оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыға. Хәҙер коллектив йәш белгестәр менән тулылана: Альбина Хужина, Дилә Әйүпова, Гөлнур Сәлихова.
Дыуан күп профилле колледжы студенттары район, зональ, республика олимпиадаларында, спорт ярыштарында, “Фәнгә аҙым” фәнни-ғәмәли конференцияларында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай.
Колледждың “Әй” халыҡ бейеү ансамбле район күләмендәге мәҙәни сараларҙа сығыш яһай.