Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Сентябрь 2020, 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле тәрбиәселәр, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары ветерандары!

Район мәғариф бүлеге һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы райкомы һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Тәрбиәселәр һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлай!
Һеҙҙең ҡулда – үҫеп килгән быуын яҙмышы. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һөнәргә һөйөүегеҙ һәм тоғролоғоғоҙ, балалар именлеге хаҡына хәстәрлек өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һеҙгә. Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм ғаиләләрегеҙҙә именлек, тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең һөйөүен һәм ата-әсәләр хөрмәтен теләйбеҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн тейешле баһа алып, артабан да ҙур теләк менән эшләргә яҙһын. Һәр көнөгөҙ шатлыҡ, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм матур мәлдәр менән тулы булһын!