Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Сентябрь 2020, 15:00

Кескәйҙәрҙе тәрбиәләй белә

36 йыл балаларға бағышланған, 36 йыл балалар шатлыҡ-ҡыуанысы менән йәшәлгән, бер хәйләһеҙ баҡҡан күҙҙәр менән осрашылған, серҙәр уртаҡлашылған, осрашыу һәм айырылышыу минуттары кисерелгән.

Резеда Байрамғәлина үҙ ғүмере эсендә күп һанлы кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһынан мәктәпкә оҙатҡан. Хәҙер инде улар үҙҙәре балаларын Яңы Мөслим ауылының “Күгәрсен” балалар баҡсаһына, сабыйҙарын тәжрибәле ҡулдарға тапшырасаҡтарына ныҡлы ышанып, килтерә.
Йәш кенә Резеда бар ғүмерен балаларға арнар тип кем генә уйлаған. Йылдар үтеү менән Резеда, хәҙер инде Резеда Рәфҡәт ҡыҙы, үҙе балалар баҡсаһы менән етәкселек итә башлай. 30 йылға яҡын хәстәрлек, тулҡынланыуҙар һәм хәүефләнеүҙәр, төҙөкләндереү, ремонт, йыһазландырыу буйынса бөткөһөҙ мәшәҡәттәр...
Ул ошо һөнәрҙе һайлағаны өсөн һис үкенмәй, тормошта яугир-интернационалист иренең, балаларының ярҙамы һәм аңлауы, үҙенең киләсәккә өмөтлө ҡарашы менән уңыштарға ирешә.
Педагог һөнәрен һайлағанда ғүмер буйы балалар менән эшләргә кәрәк буласағын аңлау мөһим. Уларҙы яратырға ла, тәрбиәләргә лә белә Резеда Рәфҡәт ҡыҙы. Кескәйҙәр үҙҙәре уға ихлас һөйөү менән яуап бирә. Баланың һөйөүен яулар өсөн уның ышанысын аҡларға кәрәк. Сабыйҙар үҙе тураһында хәстәрлек күреүселәрҙе ихлас ярата һәм хөрмәт итә. Тормошоноң башында эргәһендә зирәк һәм һиҙгер остазға тап булғандар үтә лә бәхетле була. Педагогик өлкәлә эшләүсе һәр хеҙмәткәр кеүек, ул да балала шәхес тәрбиәләүҙең, изгелек орлоғо сәсеүҙең, уйлай, фекер йөрөтә белеүҙе булдырыуҙың мөһимлеген аңлай.
Резеда Рәфҡәт ҡыҙы – тыуған ауылының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы. Бер ҙур сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ул ата-әсәләр, коллегалары һәм ауылдаштары хөрмәте менән лайыҡлы файҙалана.
2020 йыл Резеда Рәфҡәт ҡыҙы өсөн юбилейлы. Юбилярға ғаилә именлеге, изге хеҙмәтендә уңыштар, яҡты киләсәккә өмөт һәм ышаныс теләйбеҙ.
Гөлнара ЯУБӘШИРОВА,
“Миләш” балалар баҡсаһы мөдире.