Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Сентябрь 2020, 14:10

Хеҙмәтегеҙ ҙур баһаға лайыҡ

Балалар баҡсаһын тәрбиәсе ярҙамсыһынан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Улар иғтибарлы, изге күңелле, хәстәрлекле.

Тәрбиәсе ярҙамсыһының хеҙмәте физик яҡтан таҙа һәм балаларға ҡарата иғтибарлы булыуҙы талап итә. Был хеҙмәттә сыҙамлылыҡ мөһим, сөнки эш көнө көсөргәнешле, һәр минуты ҡәҙерле: ваҡытында ризыҡты алып, кескәйҙәрҙе ашатырға, төркөм бүлмәләрен һәр ваҡыт таҙа тоторға, балаларға саф һауаға сыҡҡанда кейенергә ярҙам итергә, урын-ер ҡаралдыларын, таҫтамалдарҙы ваҡытында алмаштырырға, тәрбиәсегә балаларҙы ҡарарға ярҙамлашып өлгөрөргә кәрәк – ҡыҫҡаһы, эш етерлек. Ошондай көндәлек мәшәҡәттәр артында беҙ уларҙың шәхси сифаттарын күреп тә өлгөрмәйбеҙ.
Гөлсимә Рамазанова – Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсе ярҙамсыһы. 32 йыл ғүмерен бағышлаған ул балалар баҡсаһына, 32 йыл балаларҙы бар күңелен биреп ҡарай. Ул һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, башҡа хеҙмәткәр урынына эшләп торорға кәрәк булғанда ла, һис бер ҡасан баш тартмай. Уның төркөмөндә һәр ваҡыт таҙа һәм бөхтә. Йомшаҡ күңелле ҡатындың йылмайыуынан тирә-йүндәгеләрҙең дә кәйефтәре күтәрелеп китә. Ышанып тапшырылған һәр йөкләмәләргә яуаплы ҡарай, ҡулынан килмәгән эш юҡ. Күнекмәләргә әҙерләнгәндә тәрбиәселәргә ихлас ярҙам итә, коллектив тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Эргәбеҙҙә ошондай ышаныслы, хәстәрлекле, иғтибарлы, уңған хеҙмәткәр эшләүенә бик ҡыуанабыҙ. Беҙ бергәләп уртаҡ эш башҡарабыҙ: кескәй-ҙәргә балалар баҡсаһында уңайлы һәм рәхәт бул-һын өсөн тырышабыҙ.
Зөлфирә ВӘЛИЕВА,
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының
өлкән тәрбиәсеһе.