Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Сентябрь 2020, 13:00

Балаларҙың ҡәнәғәт ҡалыуы – эштәренә төп баһа

Һәр эштең үҙ еҫе бар. Балалар яҙыусыһы Джанни Родари яҙған билдәле шиғыр шундай һүҙҙәр менән башлана. “Светлячок” балалар баҡсаһы ашнаҡсылары Нәзирә Фәтихова менән Рима Нәжметдинова кескәйҙәрҙе өйҙәге кеүек тәмле ризыҡтар менән нисек һөйөндөрөргә икәнлеген ишетеп кенә белмәй. Уларҙың һөнәренең ысынлап та үҙ еҫе бар.

Аш-һыу әҙерләү бүлмәһендә өйҙәге кеүек рәхәт һәм күркәм. Ашнаҡсылар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай, эшкә яҡшы кәйеф менән киләләр.
Балалар баҡсаһы ризығы тураһында һүҙ алып барһалар, ҡайһы берәүҙәр тәмле бутҡаны хәтерләй, ә кемдер балалар баҡсаһындағы тәмле күмәстәрҙе йәнә тәмләп ҡарарға теләй.
Биш-алты кешегә аш әҙерләргә һәр хужабикәнең хәленән килә. Ә бына бер юлы йөҙәрләгән кешегә әҙерләргә, өҫтәүенә уны бар нормаларҙы үтәп тәмле итеп бешерергә һәр кем дә булдыра алмайҙыр ул.
Көн һайын улар иртәнге сәғәт 7-лә эш урынында булалар һәм балалар баҡсаһының аш-һыу бүлмәһендә күңелле мәшәҡәттәр башлана.
Кескәйҙәр төрлө ризыҡ ярата. Бигерәк тә мәктәпкәсә учреждениеға яңы йөрөй башлағандар тәү әҙерҙә аш-һыуҙы үҙһенеп етмәй. Уларҙың барыһына ла ярай белә беҙҙең ашнаҡсылар. Хатта әсәйҙәр һуңынан ҡайһы бер аҙыҡты әҙерләү серҙәре менән ҡыҙыҡһына, сөнки балалары “баҡсалағы кеүек” әҙерләргә һорай.
Бөгөн балалар баҡсалары ашнаҡсылары ҙур талаптар буйынса эшләй. Һәр йәш төркөмөнә үҙ туҡланыу нормалары ҡуйылған. Уларға ярашлы, бала организмы һәр көн тейешенсә миҡдарҙа ит, һөт, емеш-еләк, йәшелсәләр алырға тейеш.
– Был талаптар менән килешәбеҙ, әлбиттә, – ти ашнаҡсылар. – Аҙыҡ тәмле генә түгел, файҙалы ла булырға тейеш. Беҙ раҫланған туҡланыу стандарттарынан тайпылмаҫҡа, шул уҡ ваҡытта мөмкин булған ерендә менюны төрләндерергә тырышабыҙ. Беҙҙең “клиенттар” бит бик талапсан халыҡ. Улар “стандарт” тигән һүҙҙе белмәй ҙә, ә аҙыҡ оҡшамай икән, туранан-тура әйтәләр.
Ашнаҡсылар эшенән барыһы ла ҡәнәғәт. Өлкән ашнаҡсы Нәзирә Вәли ҡыҙы балалар баҡсаһында туҡланыу нормаларын, балалар өсөн аш әҙерләүгә талаптарҙы, витаминдарҙы һаҡлау ҡағиҙәләрен “биш”кә белә. Теориянан тыш, ҙур тәжрибәгә лә эйә.
– Беҙҙең эштә иң мөһиме яҡшы кәйефтә әҙерләү. Ашнаҡсының кәйефе һәм энергетикаһы аҙыҡтың тәмендә сағыла ул, – ти ашнаҡсылар. – Ә, дөйөм алғанда, балалар баҡсаһы килеп инеү менән үҙенән-үҙе яҡшы кәйефкә көйләгән урын ул. Балаларға тәмле итеп ашарға әҙерләүҙән беҙ ҡәнәғәтлек кенә алабыҙ. Бушап ҡалған тәрилкәләр – беҙҙең эшкә иң төп баһа.
Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәр-ҙәре көнө уңайынан беҙ ашнаҡсыларыбыҙға еңел булмаған эштәре, сабырлыҡтары, ижад һәм һөнәрҙәренә һөйөүҙәре өсөн сикһеҙ рәхмәт белдерәбеҙ.
Светлана КОРОБКИНА,
өлкән тәрбиәсе.