Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Сентябрь 2020, 15:50

Балаларға һөйөү менән

“Балаларҙы тәрбиәләй белеү – һәләт һәм тормош тураһында тәрән белем талап иткән бөйөк дәүләт эше”, – тип яҙған бөйөк рус яҙыусыһы Максим Горький. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, балаларҙы ысын күңеле менән яратҡан кешеләр эшләй был мөһим дәүләт хеҙмәтендә.

Беҙҙең Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы “Дюймовочка” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре көн һайын кескәйҙәрҙе ихлас ҡаршы ала. Бында балалар тәрбиәләүҙе һөнәр итеп кенә алмаған, ә йәшәү мәғәнәһенә әйләндергән, уртаҡ маҡсатҡа һәм бурысҡа хеҙмәт итеү теләге менән берләшкән ысын профессионалдар эшләй.
Балалар баҡсаһы коллективы менән 1999 йылдан учреждениела эшләгән Елена Романчук етәкселек итә. Ойоштороу һәләтенә һәм тәбиғи талантҡа эйә булған ижади етәксе бар башланғыстарҙа уңыштарға ирешә. Ул балалар, коллектив һәм ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба. Уның уңышлы эшмәкәрлегенең сере – юғары профессионализмда һәм үҙ эшенә һөйөүҙә.
Ольга Мөслимова – йәш белгес. Уға балалар баҡсаһының яңыраҡ асылған ясле төркөмөндә иң кескәйҙәрҙе тәрбиәләү ышанып тапшырылған. Белемле һәм яуаплы тәрбиәсе балаға мәктәпкәсә учреждениела ҡыҙыҡлы, күңелле булһын, ваҡыттары файҙа менән үтһен өсөн тырыша.
Коллективта намыҫлы хеҙмәте менән маҡтауға лайыҡ Гөлназ Айсина – балаларҙы тәрбиәләүгә һәм уларҙың белем кимәлен киңәйтеүгә бар ваҡытын бағышлай. Ул, инглиз теле уҡытыусыһы булараҡ, дистанцион уҡыу юлы менән квалификацияһын арттыра.
Беҙҙең балалар баҡсаһында осраҡлы кешеләр юҡ. Бар педагогтар ҙа – балаларҙы яратҡан һәм аңлаған ижади шәхестәр. Улар белемдәрен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй, төрлө ҡыҙыҡлы байрамдар һәм дәрестәр үткәрәләр, кескәй йөрәктәргә изгелек һәм шатлыҡ орлоғо һалалар, ихлас һөйөү һәм хәстәрлек менән эшләйҙәр. Уларҙың тырышлығы менән төркөмдәрҙә уңайлылыҡ һәм матурлыҡ булдырылған.
Елена Муромцева, Кристина Новоселова, Наталья Лешкова – тәрбиәсе ярҙамсылары.
28 йыл балаларҙы тәмле аштар менән Татьяна Хәкимова һыйлай. Кескәйҙәрҙе көн һайын төрләндереп бешерелгән файҙалы һәм тәмле аҙыҡ менән һыйлау – ысын сәнғәт. Ул һәр ризыҡты күңел йылыһын биреп әҙерләй.
Балалар баҡсаһы коллективына сәләмәтлек, сабырлыҡ һәм еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Хеҙмәтегеҙ ҡыуаныс ҡына килтерһен!
Ата-әсәләр исеменән
Людмила НОВОСЕЛОВА,
Кесе Ыҡтамаҡ ауылы.