Мәсетле тормошо
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Сентябрь 2020, 11:50

Һәр кемгә иғтибарлы

Һөйкөмлө ҡатын һәм белемле фармацевт Нина Антипинаны Оло Ыҡтамаҡ ауылында белмәгән кеше юҡтыр. Ул фармацевтика тармағында 43 йыл эшләй.

Нина Григорьевна эшләгән дарыуханаға район үҙәгендә йәшәүселәр һәм ауыл халҡы дарыу өсөн генә килмәй, ә һөйләшеүгә ихлас булған фармацевт янында йән дауаһын да ала.
Бөрө фармацевтика училищеһын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Дыуан ауылы дарыуханаһында эш башлай. 1980 йылда Оло Ыҡтамаҡ дәүләт дарыуханаһына күсә. Етештереү бүлегендә дауахана һәм район халҡы өсөн стерилләнгән дарыу формалары, май (мазь), онтаҡ, төймә дарыу, суппозиторийҙар әҙерләй.
– Ул ваҡытта беҙҙең коллектив ҙур ине, бик татыу булдыҡ. Үҙ эшенең оҫталары Фая Макарова, Надежда Храмцова, Любовь Русинова миңә эшемде үҙләштереүҙә ҙур ярҙам күр-һәттеләр. Октябрина Чистякова оҙаҡ йылдар дарыухана мөдире булды. Уның етәкселегендә коллектив йома өмәләрендә, демонстрацияларҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнашты, – тип хәтерләй Нина Григорьевна.
Йылдан-йыл оҫтарып, тәжрибә һәм ышаныс туплай. Күп йылдар эшләп, йәш белгестәргә остаз була, һөнәр серҙәренә өйрәтә. 2008 йылдан алып поликлиника бинаһындағы 66-сы дарыухана пунктында эшләй. Ассортиментта 1200 дарыу иҫәпләнә. Нина Григорьевна компьютерҙа эҙләү программаһы менән ҡулланмай, барыһын да яттан белә: ҡайһы кәштәлә ниндәй дарыу ята, ниндәй сирҙәрҙән ҡулланыла һәм ниндәй дозала.
Ҡайһы бер килгән кеше дарыуҙың исемен дөрөҫ әйтмәй, яңылыша йә хәрефтәрен бутай, фармацевҡа мөрәжәғәт итеүсегә ярҙамлашып ебәрергә кәрәк.
– Оло йәштәге әбей-бабайҙарға эскән дарыуығыҙҙың һауытын килтерегеҙ тип кәңәш итәм. Хәҙер улар шулай итә лә, – ти тәжрибәле фармацевт. – Беҙҙең эштә иң яҡшыһы – кешеләргә ярҙам итеү. Һинең хеҙмәтең башҡаларға файҙа килтерһә, көндә эшкә килеп, аҡ халат кейеп йөрөү – үҙе бер ҡыуаныс.
Ул оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Почет грамотаһы һәм “Башфармация” тарафынан күп һанлы наградалар менән бүләкләнгән.
Нина Григорьевна – яҡшы хеҙмәткәр, ике балаға һәм өс ейәнсәргә бәхетле әсәй-өләсәй ҙә. Емеш-еләк үҫтерергә ярата, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма һәм салаттар әҙерләй, балаларына йылы әйберҙәр бәйләй. Йорт тирәһе гөл-сәскәгә күмелеп ултыра, донъяһын ул сәскәһеҙ күҙ алдына ла килтермәй.
– Сәскәләр минең тормошомда иң ҙур мауығыуым, – тип йылмая ул. – Үҫтергән сәскәләрем миңә шатлыҡ, көс-ҡеүәт бирә, арығанлыҡтан, күңел тулҡынланыуынан дауа ла, яҡшы кәйеф тә бүләк итә.