Оло Аҡа мәктәбенең һәр саҡ мөләйем һәм ихлас секретары Мәрйәм Ханова бына инде 25 йыл дауамында ошо вазифаны башҡара.
Ул Оло Аҡа ауылында тыуған, урындағы мәктәпте тамамлағас, Өфө профессиональ техник училищеһында “Полиграфист” һөнәрен үҙләштереп сыға. Хеҙмәт юлын Өфө типографияһында хәреф йыйыусы булып башлай. 1980 – 1984 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Тормошҡа сыҡҡас, Коми АССР-ына күсә, ә 1995 йылда ғаиләһе менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Мәрйәм Рәхимйән ҡыҙы Оло Аҡа мәктәбенә секретарь булып урынлаша һәм бөгөн дә ошо вазифаны башҡара.
Уның бурысы – күп һанлы документтар менән эш итеү. Күп ваҡыт секретарға ял көндәрендә лә эшкә сығырға тура килә.
Намыҫлы һәм пунктуаль булғаны өсөн етәксеһе һәм коллегалары уны хөрмәт итә. Ул – ихлас күңелле, әҙәпле, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
– Беҙҙең коллектив бик яҡшы, – ти ул. – Мин бында эш башлағанда бөтөнләй икенсе мөхит, тормош ябай ине. Хәҙер мәғлүмәттәрҙең күп булыуы менән эшләүе ҡыҙыҡ һәм ауыр ҙа, әгәр ҙә ҡыйынлыҡтар килеп сыҡһа, беҙ үҙ-ара кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Иң мөһиме инде үҙ-үҙеңә талаптарҙың көслө булыуы – битараф ҡалмау, яуаплы һәм намыҫлы булыу, башлаған эште аҙағына тиклем еткерә белеү.
Мәрйәм Рәхимйән ҡыҙы яҡшы хужабикә һәм ҡул эштәре оҫтаһы. Тормош иптәше Раян Илһам улы менән 36 йыл мөхәббәттә һәм татыулыҡта йәшәй. Ике ҡыҙ үҫтереп, уларға юғары белем алырға ярҙам итәләр. Улар дүрт ейәнгә бәхетле олатай һәм өләсәй.