Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
6 Сентябрь 2020, 11:00

Үҙ эшенең оҫтаһы

Районыбыҙҙа газ ҡорамалдарында һәм системаһында барлыҡҡа килгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү менән “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалының Мәсетле комплекслы хеҙмәте белгестәре шөғөлләнә.

Коллективта 53 кеше иҫәпләнә. Уға Ринат Ғарипов етәкселек итә. Улар 7153 фатирҙы, биш сәнәғәт объектын, 157 коммуналь-көнкүреш бинаһын һәм ике иген киптереү урынын
хеҙмәтләндерә. Мәсетле районында газ селтәрҙәре оҙонлоғо 552,87 километр тәшкил итә. Газ менән тәьмин итеү системаһы боҙолғанда бик күп проблемалар килеп тыуа. Унан башҡа газ ғүмер өсөн үтә лә хәүефле. Шуға ла был өлкәлә үҙ эшенең оҫталары – юғары квалификациялы белгестәрҙең эшләүе мөһим.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Сергей Михайлов нәҡ шундайҙарҙан. Ул Октябрьск коммуналь-төҙөлөш колледжында һөнәри белем ала. Армияла хеҙмәт итеп ҡайта, Мәскәү халыҡ-ара университетын ситтән тороп тамамлай. Ә газ менән тәьмин итеү хеҙмәтендә инде 20 йылдан ашыу эшләй. Хеҙмәт юлын иретеп йәбештереүсе генә булып башлаһа ла, ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында мастер дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.
Ул – белемле, үҙ эшен яҡшы белгән, яуаплы белгес. Үҙенә һәм ҡул аҫтындағы эшселәренә ҡарата талапсан. Мәсетлеләр уның эше менән бик ҡәнәғәт, шуға ла ауыл халҡы һәм коллегалары уны хөрмәт итә. Ул документтар әҙерләү менән шөғөлләнә, газ юлы төҙөлөшө өсөн яуап бирә. Мастер белгестәр өсөн уҡыуҙар алып бара, күп коллегалары өсөн остаз булып тора.
– Газ хеҙмәтенә эшләргә һәм үҙ һөнәренең оҫтаһы булырға әҙер торған йәш белгестәр кәрәк, – ти ул.
Сергей Юрьевич кешеләр менән һөйләшкәндә ихлас һәм әҙәпле, кәрәкле һүҙен дә таба белә, кәңәш һорап килеүселәргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа.
– Башҡарған эшең сифатлы булһын өсөн норматив документтар-ҙы дөрөҫ тултырыу ғына етмәй, уларҙы ҡулланырға ла белергә кәрәк,– тип иҫәпләй ул.