Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
18 Август 2020, 11:10

Тыуған яҡ ерҙәрен өйрәнеү – тормош асылы

Ағымдағы йылда Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарары буйынса яңы рәсми байрам – географтар көнө билдәләнде. Был көн, бөгөн, 18 авгус-та, уҙа. География өлкәһендә берләшкән кешеләр өсөн был – тәүге профессиональ байрам.

Мәсетле районы буйынса Рус география йәмғиәте рәйесе вазифаһын Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто методисы, “Йәш техник” берекмәһе уҡытыусыһы Ринат Фәттәхов башҡара.
– Ринат Ғирфан улы, география йәмғиәте хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Рус география йәмғиәте – Рәсәйҙә берҙән-бер туҡтауһыҙ эшләгән иң боронғо йәмғиәттәрҙең береһе. Ул 1845 йылда Николай I тарафынан ойошторолған. Ағымдағы йылда йәмғиәттең юбилейы – ойошоуына 175 йыл. Йәмғиәттең ойоштороусылары һәм тәүге ағзалары бөтә донъяға күренекле офицерҙар, ғалимдар, сәйәхәтселәр, тикшеренеүселәр: Ф. П. Литке, Ф. П. Врангель, И. Ф. Крузенштерн, В. П. Семёнов-Тян-Шанский, Н. М. Пржевальский, Н. Н. Миклухо-Маклай һәм башҡалар. Бөгөнгө көндә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рус география йәмғиәтенең попечителлек советын етәкләй. Йәмғиәт президенты итеп оборона министры Сергей Шойгу икенсе мөҙҙәткә һайланды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Анзалита Мусина, күп кенә география фәне уҡытыусылары, Светлана һәм Валерий Исрафиловтар, Фаил Хәйретдинов, Рәҡибә Хөснуллина, Рөстәм Фәтихов һәм башҡалар Мәсетле районында йәмғиәттең әүҙем ағзалары булып тора.
– Йәмғиәттең бурыстары ниндәй?
– Йәмғиәттең мөһим бурысы булып тыуған яҡ ерҙәрен өйрәнеү тора. Йәштәр менән тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡыларҙы барлау, төрлө экологик акциялар, сәйәхәтселәр маршрутын эшләү, әүҙем йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса эштәр алып барыла.
Йәмғиәттең тағы ла бер бурысы – белем биреү эшмәкәрлеге. Экологик белем ун көнлөгө сиктәрендә, мәктәп уҡыусылары “Тәүге сәскәләр”, “Йәшел дауалаусы” кеүек акцияларҙа ҡатнашалар. Бындай сараларҙың маҡсаты – яҙҙың тәүге сәскәләрен һаҡлау, бүлмә үҫемлектәре менән танышыу.
“Хәүефһеҙлек мәктәбе” исеме аҫтында “Рәсәй азимуты” спорт ориентиры, саңғы туризмы техникаһы буйынса район ярыштарында, шулай уҡ география диктантында ла ҡатнашабыҙ.
Йыл һайын уҡыусылар менән күп көнлөк походтар ойошторабыҙ. Ҡандракүл, Турғаяҡ, Зәңгәр күл, минераль таштар музейы булған Илмән ҡурсаулығы, Инйәр тауҙар теҙмәһе, Ирәмәл тауы, Йөрәккүл милли паркы, Шүлгәнташ мәмерйәһендә булдыҡ.
Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү маҡсатында “Үлемһеҙ полк” акцияһында әүҙем ҡатнашабыҙ.
Шулай уҡ, даими рәүештә экологик йома өмәләре уҙа.
– Ринат Ғирфан улы, һеҙҙең ғаилә – ҡатынығыҙ Ләйсән Рәшит ҡыҙының һәм балаларығыҙҙың география менән мауығыуға ҡараштары нисек?
– Ҡатыныма походҡа йөрөү бик оҡшай, декрет ялында булғанлыҡтан, беҙҙең менән әлеге мәлдә йөрөй алмай. Киләсәккә планыбыҙҙа, балалар аҙыраҡ үҫә төшкәс, ғаилә менән сәйәхәткә сығыу.