Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Август 2020, 11:00

Төҙөүсе – ижади һөнәр

Рәсәйҙә Төҙөүселәр көнөн 60 йылдан ашыу билдәләйҙәр. Быйыл был көн августың икенсе йәкшәмбеһенә тура килә.

Беренсе тапҡыр уны 1956 йылдың 12 авгусында үткәрәләр. Гәзит биттәрендә “Бөгөн байрам ителгән көн киләсәктә бөтә халыҡ байрамы булып билдәләнәсәк”, – тип яҙыла һәм шулай була ла. Календарҙа Төҙөүселәр көнө ныҡлап урын ала.
Бөгөн Мәсетле районы биләмәһендә иң ҙур төҙөлөш, өс ҡатлы торлаҡ йорт һалыу, Төҙөүселәр урамында бара. Был эштә ташсылар, газ үткәреүселәр, эске биҙәү эштәре алып барыусылар, водителдәр, кранда эшләүселәр – улар барыһы ла Мәсетле районы кешеләре.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Эдуард Щербинин, Рәмил Вәлиев һәм Николай Ватолин (һүрәттә – һулдан уңға) – ташсылар бригадаһында. Был төркөм кирбес һәм блоктарҙы һала. Эш бик нескә, проектҡа ярашлы кирбестәрҙе бөтә талаптарға тура килтереп һалырға кәрәк.
– Беҙ йәш саҡта, – тип хәтерләй Николай Николаевич, – төҙөүсе һөнәре бик абруйлы, романтизм рухы менән һуғарылған ине. Беҙ Байкал-Амур магистрале, Сталинград ГЭС-ы, Волга-Дон каналы кеүек ҙур объекттар төҙөүҙә ҡатнашырға теләй инек.
Бар тәжрибәле төҙөүселәрҙең хеҙмәт юлы бер төрлө юлдан китә. Әрме хеҙмәтенән һуң, һәр ҡайһыһы, тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, колхоз-ара күсмә механизацияланған колоннала (МПМК) эш башлай.
Ойошма кәрәкле һөнәргә үҙе уҡыта, шуның менән йәштәргә эшләү мөмкинлеге бирә. Бөтә ил буйлап төҙөлөштәрҙә ҡатнашырға тура килә. Хәҙер инде ул заман артта ҡалған, ә улар бай эш тәжрибәһе туплап өлгөргән.
Мәсетле районында Башҡорт гимназияһы, “Ҡарағай” шифаханаһы ашханаһы, балалар һәм ата-әсәләр өсөн Мәсетле шифаханаһы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәгендәге мәсет һәм башҡа биналар беҙҙең төҙөүселәр тарафынан һалынған.
– Бәләкәй генә өй һалыу өсөн дә төҙөүсегә күп көс һалырға кәрәк. Буш ятҡан урында һинең ҡатнашлығыңда ҙур, матур йорт ҡалҡып сыҡһа, ғорурлыҡ һәм ҡәнәғәтлек хистәре тыуа, – ти улар.
Ташсылар бригадиры Рәмил Вәлиев, күп ҡатлы йорт төҙөлөшө башланыу менән, үҙ төркөмөнә яуаплы ташсыларҙы йыйып ала. Ҙур тәжрибәһе эште көйләргә һәм ойошторорға ярҙам итә. Шуныһы ҡыҙыҡ, уның монтажлаусы, электрик, ашнаҡсы-икмәк бешереүсе танытмалары бар. Шуға ҡарамаҫтан, ул төҙөүсе һөнәрен һайлап, уға ғүмер буйы тоғро ҡала.