Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Июль 2020, 11:00

Һәр һатып алыусыға асыҡ йөҙ менән

Июль айының һәр дүртенсе шәмбеһе сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Шәхси эшҡыуар Наталья Зырянова өсөн был – үҙенсәлекле байрам, сөнки бизнесы сауҙа менән бәйле. Уның “Зарни” сауҙа компанияһы ете сауҙа нөктәһен берләштереп, икмәк, икмәк-ҡалас, кондитер изделиелары етештереп һата.

Ағымдағы йылдың март айынан “Зарни-Маркет” онлайн-магазины эш башланы.
Компания коллективы ҙур һәм татыу. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр магазиндарҙың асылған көнөнән алып эшләй. Шуларҙың береһе – Курорт урамындағы “Заречный” магазины һатыусыһы Рита Шәрифуллина.
Ул һатып алыусыларҙың күңелен тиҙ яулай. Һәр ваҡыт алсаҡ, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Эшләү осоронда үҙен яуаплы, яҡшы һәм намыҫлы хеҙмәткәр булараҡ күрһәтте.
Рита Шәрифуллина Яңы Мөслим ауылында тыуып үҫкән. Өфө ҡалаһында бухгалтер-программист һөнәре буйынса белем ала. Уҡып ҡайтҡас, һөнәре буйынса эш булмағанлыҡтан “Заречный “ магазинына һатыусы булып килә. Был юлды һайлағанына үкенмәй, һатыу эше уға бик оҡшай.
Рита Мәғәсүм ҡыҙы тыныс, бөхтә, һатып алыусылар менән тиҙ уртаҡ тел таба белә. Оҙаҡ йылдар эшләүенә бәйле, даими клиенттарҙың теләктәрен яҡшы белә, тауарҙы һайларға ярҙам итә, кәңәштәрен бирә.
– Эш көнөм иртәнге туғыҙынсы яртыла башлана, кәштәләге тауарҙарҙы барлап, яңы килгән аҙыҡ-түлекте ҡуям. Эш тамамланғас, магазинды йыуып сығам, – ти Рита Мәғәсүм ҡыҙы. – Магазинға даими һатып алыусыларҙан тыш, шифаханала ял итеүселәр, үтеп барған юлсылар инә.
“Заречный” магазинының ассортименты төрлө-төрлө. Һатыуҙа һәр саҡ сифатлы аҙыҡ-түлек, кәштәләрҙә урындағы ауыл хужалығы тауарҙары ла бар.
Хөрмәтле сауҙа хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе Рәсәйҙең Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Һеҙ лайыҡлы эш башҡараһығыҙ, намыҫлы, тырыш хеҙмәтегеҙ райондың тормош сифатын яҡшырта. Эш урынығыҙ аралашыуҙан яҡшы тәьҫораттар килтерһен. Тотороҡло һәм лайыҡлы эш хаҡы хеҙмәтегеҙгә төп баһа булһын. Байрам менән!
Һеҙҙең Наталья Зырянова.