Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
12 Июль 2020, 11:00

Почта хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Интернет селтәре киң үҫеш алһа ла, почта хеҙмәтенә һорау кәмемәй. Кешеләр хәҙер хаттар-ҙы һирәк яҙа, әммә йыш ҡына почта аша посылка ебәрәләр, йәиһә үҙҙәренә килгән посылканы алалар. Күптәре гәзит һәм журналдарға яҙылырға килә.

12 июлдә почта хеҙмәткәр-ҙәре үҙҙәренең профессиональ байрамдары – Рәсәй почтаһы көнөн билдәләй. Ошо байрам уңайынан беҙ Оло Ыҡтамаҡ почта бүлексәһенә юл тоттоҡ.
Почта бүлексәһе эшсәндәренең эше бихисап: килгән корреспонденцияны ҡабул итергә, адрестары буйынса айырырға. Был эш гәзит-журналдар менән генә бөтмәй. Оло Ыҡтамаҡ хал-ҡы ғына түгел, бөтә мәсетлеләр почта хеҙмәтен ҡуллана: берәүҙәр посылка, бандероль ебәрә, икенселәр ут, телефон, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрен башҡара, гәзит-журналдарға яҙыла. Бынан тыш, почта бүлексәһе халыҡҡа аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары тәҡдим итә. Татыу коллектив бер- берҙәренә терәк- таяныс булып, ярҙам ҡу-лы һуҙып эшләй. Бүлексә эшсәндәренең татыу һәм намыҫлы эше һөҙөмтәһендә гәзит-журналдарға яҙылыу, таратыу, һатыу һәм башҡа эш төрҙәре ваҡытында үтәлә.
Почта бүлексәһенең төп эше, һәр ваҡыттағыса, почта ташыу-сыға ҡала. Ауыл ерендә ул – алыштырғыһыҙ кеше. Һәр бер почтальондың беркетелгән урамдары бар. Адрестар буйынса бүлеп сыҡҡас, гәзит-хаттарын йөкмәп, таратырға сығалар.
Оло Ыҡтамаҡ почта бүлексәһендә ете почтальон эшләй. Валентина Акулова һәм Любовь Тихомирова иң тәжрибәлеләр рәтендә.
Валентина Николаевна үҙенә беркетелгән һәр өйҙә йәшәүсенең нимәгә яҙылырын, кемгә ниндәй гәзит-журнал кәрәклеген, кемгә хат барлығын яҡшы белә. Уның эш тәжрибәһе ҙур, ауылдаштары уны яраталар, хөрмәт итәләр. Эшһөйәр, баҫалҡы, изге күңелле ҡатын үҙ эшенә яуаплы ҡарай, һәр кеше менән уртаҡ тел таба белә.
– Оҙаҡламай хаҡ-лы ялға китергә ваҡыт етә, минең урынға тынғыһыҙ, үҙ эшенә мөкиббән киткән йәштәр килһен ине, – ти Валентина Николаевна.
Любовь Тихомирова дүртенсе йыл ғына эшләһә лә, эше менән бик ҡәнәғәт.
– Миңә кешеләр менән аралашыу оҡшай. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа йылы өйгә саҡырып сәй менән һыйлап сығаралар. Киң күңелле кешеләр йәшәй беҙҙең ауылда, – ти ул.
Гәзит-журналдарға иң күп яҙылыусылар Валентина Акулова менән Любовь Тихомированың биләмәһендә теркәлгән.
Почтальонкаларҙың әйтеүе буйынса, даими баҫмаларға хаҡлы ялда булғандар күберәк яҙыла. Улар, интернеттан яңылыҡтар уҡып өйрәнгән йәштәрҙән айырмалы рәүештә, ҡағыҙ битенә баҫылған яңылыҡтарҙы хуп күрә. Шуға ла, һәр бер гәзит-журналды ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар.
– Минең биләмәлә иң күп уҡыусылар Баҡса урамында йәшәй, – тип һүҙен дауам итә почта хеҙмәткәре.
Яңылыҡтар һәр йортҡа ваҡытында килһен өсөн, почтальондар ҙур көс һала. Кешеләрҙең гәзитте алдырыу-алдырмауы ла почтальондарҙың улар-ҙы яҙылырға өндәүенә, яҙы- лыу ваҡытының тамамланыуы хаҡында иҫкәртеүенә бәйле. Бына шулай эшләй ҙә инде ауыл почта хеҙмәткәрҙәре.