Һөнәри байрамдар
30 Июня 2020, 11:10

Яуаплы һәм мөһим хеҙмәттә

30 июндә иҡтисад өлкәһе белгестәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Был һөнәр вәкилдәре һәр тармаҡта эшләй. Ошо белемле, яуаплы кешеләрҙең профессионаллеге, ә ҡайһы ваҡыт ныҡышмалығы тармаҡтың тотороҡло үҫешенә килтерә. Районыбыҙҙың иҡтисади яҡтан уңышлы үҫеүе лә ошо һөнәр эйәләренә бәйле.

Мәсетле районы хакимиәтендә өс иҡтисадсы: район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов, иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса баш белгес Гөлнара Саярова менән муниципаль хеҙмәттәр һәм инвестиция эшмәкәрлеге буйынса баш белгес Регина Баһауетдинова, муниципаль һатып алыуҙар буйынса баш белгес Лариса Йыһанурова эшләй. Улар хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса иҫәп-хисап сығара, финанс өлкәһенең үҫешен анализлай һәм планлаштыра, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙамлаша: төрлө төбәк һәм федераль программаларҙа ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы дөрөҫ тултырырға ярҙам итә. Федераль һәм республика бюджеттарынан, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан аҡса йәлеп итер өсөн теләктең генә булыуы етмәй. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн бик дөрөҫ иҫәпләп сығарырға һәм нигеҙләргә, артабан, бар иҡтисади нормаларҙы һәм талаптарҙы үтәп, тейешле тәртиптә тултырырға кәрәк.
“Әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса бүлек 2024 йылға тиклем уртаса сроклы осорға һәм 2036 йылға тиклем оҙайлы сроклы осорға райондың социаль-иҡтисади үҫеше параметрҙарын күҙаллау менән шөғөлләнә, – ти Илшат Хәсәнов. – Муниципаль хеҙмәттәр менән административ реформа буйынса эштең ҙур күләмен Регина Рим ҡыҙы алып бара. Административ реформа эшмәкәрлеге барышында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон форматҡа күсерелә. Бөгөн 23 хеҙмәт электрон төргә килтереп эшләнгән һәм уларҙы өйҙән сыҡмай ғына алырға мөмкин.
Шулай уҡ эштең ҙур күләмен эшҡыуарҙар менән эшләү биләп тора. Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле пандемия ваҡытында бүлеккә эш артты. Республика Башлығы Радий Хәбировтың “Юғары әҙерлек режимы тураһында” Указынан һуң, эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәре артты, сөнки улар күп һорауҙар алдында тороп ҡалды. Хәҙер карантин осоронда зыян күргән эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында федераль, республика һәм муниципаль программалар әҙерләнә һәм ғәмәлгә ашырыла. Урындағы кимәлдә эшҡыуарҙар өсөн һалым ставкаһын кәметеү, муниципаль милекте ҡуртымға алыусы- ларҙы ҡуртым түләүенән азат итеү ҡаралған. Зыян күргән тармаҡтар- ға тағы ла бик ҙур ярҙам – һәр хеҙмәткәргә федераль субсидия. Был субсидияны юллағанда беҙ ғариза тултырыуҙа ярҙам итәбеҙ.
Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары бихисап. Уларҙың береһе – эшҡыуарлыҡҡа 2% менән льготалы кредит. Беҙ аңлатыу эше алып барабыҙ. Бөгөн кәңәшмәлә 1 июлдән индереләсәк яңылыҡты тикшерҙек: аяҡ кейеме һәм тәмәке мотлаҡ маркалана башлаясаҡ. Уның маҡсаты – контрафакт һәм ялған продукция сығарыуға һәм һатыуға юл ҡуймау.
Эшҡыуарлыҡ сәғәте – беҙҙең бүлек алып барған тағы ла бер йүнәлеш. Был проект документацияһы менән Гөлнара Фәһим ҡыҙы шөғөлләнә. Беҙ инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашабыҙ, эшҡыуарҙарға ярҙам итәбеҙ. Инвес-тициялар районға йәлеп ителә. Ул башлыса техника һатып алыуға, ауыл хужалығы предприятиеларына юғары һөҙөмтәле сәсеү комплекстары алыуға ҡағыла. Бюджет инвес-тициялары бар: социаль объекттар, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн өйҙәр һалыу, күпер һәм юлдар төҙөү.
Эшмәкәрлегебеҙҙең ҙур өлөшө – отчет төҙөү. Бүлек белгестәренең уға күп ваҡыты сарыф ителә.
Район хакимиәте иҡтисадсылары – белемле, тәжрибәле, көслө. Улар-ға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән һәм улар үҙ бурыстарын намыҫлы баш-ҡара”.