Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
19 Июнь 2020, 13:00

Дүрт аяҡлы дуҫ менән хеҙмәт

Йыл һайын 21 июндә Рәсәй Эске эштәр министрлығының кинолог бүлексәләре көнө билдәләнә.

Кинологтар хеҙмәте – һөнәри күнекмәләрҙе генә түгел, йәнлектәргә ихлас мөнәсәбәт тә талап иткән үҙенсәлекле эш. Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә бына инде өс йыл кинолог хеҙмәтен Таһир Ғөбәй-ҙуллин алып бара. Ул тыумышы менән Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан. МВД-ның Өфө юридик институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2009 йылда башлаған һәм Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә хеҙмәт бурысын үтәгән.
2017 йылда, МВД-ның Башҡортостан буйынса Кинология хеҙмәте үҙәгендә уҡыу үтеп, Мәсетле районына эшкә ебәрелә.
– Бөгөн бүлектә ике эт – Дрим һәм Прайма – хеҙмәтте алып бар-ғанда ярҙам итә, – тип һөйләй ул. – Эттәрҙең һәр береһенең үҙ функцияһы бар: Дрим эҙ буйлап таба, ә Прайма конвойҙы оҙатып йөрөй. Әлегә тиклем тағы ла бер эт хеҙмәт итте, ул шартлаусы ҡоролмаларҙы һәм шартлатҡыс матдәләрҙе эҙләүҙә ҡатнашты.
Эттәр хеҙмәткә яраҡлылыҡ һәләтен юғалтмаһын өсөн кинолог аҙнаһына өс тапҡыр уҡыу майҙанында махсус методика буйынса күнекмәләр үткәрә. Эш күп көс һәм тырышлыҡ талап итә, шуға күрә бында тренерҙың талапсанлығы ғына түгел, ә иғтибарлы мөнәсәбәте лә талап ителә.
Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ район территорияһында тәртип һәм хәүеф-һеҙлекте тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә.
– Районда автомобиль двигателе юғалған осраҡ булды, – тип хәтерләй Таһир Ғөбәйҙуллин. – Дрим тиҙ генә эҙенә төшөп алды. Ул урлашыу-ҙа ҡатнашыусының өйөнә килтерҙе һәм енәйәтте тиҙ генә асырға ярҙам итте. Был беренсе осраҡ ҡына түгел.
Күнекмәләрҙән тыш, эттәр көн һайын яҡшылап ҡарауға мохтаж. Дрим менән Прайманың рационы – махсус әҙерләнгән аҙыҡ. Кинолог эттәрҙе һәм уларҙың торған урынын таҙа тота. Ветеринария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре лә уларҙың торошон даими күҙәтеп тора.
Кинолог хеҙмәтендә эшеңә яуап-лы ҡараштан тыш, эттәргә иғтибарлы булыу талап ителә. Башҡаса мөмкин түгел. Улар кешенең яҡшы мөнәсәбәтен тойһа ғына хеҙмәттәшлеккә әҙер.
Таһир Ғөбәйҙуллин – алмаштыр-ғыһыҙ хеҙмәткәр, өлгөлө ғаилә башлығы. Эштән ялға ҡайтҡанында уны өйөндә ҡатыны менән улы ихлас ҡаршы ала.