Был һөнәр эйәләре мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған кешеләргә, оло йәштәгеләргә көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтергә ярҙам итә. Ябай ғына тойолған эштәрҙе атҡарыу өсөн социаль хеҙмәткәр ярҙамға мохтаж кешене тыңлай белергә, йылы һүҙен йәлләмәҫкә тейеш. Сөнки был һөнәрҙең төп нигеҙе – кешелеклелек, итәғәтлелек һәм иплелек.
“Социум” халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәре Асия Баймөхәмәтова ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә. Ул һөнәре буйынса – ветеринар. Ун йылдан ашыу Ҡаҙағстанда ветфельдшер, аҙаҡтан ҡош фабрикаһында лаборатория мөдире булып эшләй. Тыуған ауылына күсеп ҡайтҡандан һуң, үҙен социаль хеҙмәткәр сифатында һынап ҡарарға була. Һәм бына инде ул 10 йылдан ашыу ғүмерен ошо хеҙмәткә арнаған.
Асия Урал ҡыҙы Дыуан-Мәсетле ауылында 18 кешене хеҙмәтләндерә. Һәр береһенә ул аҙнаһына ике тапҡыр барырға тейеш, тик быны нигеҙҙә йышыраҡ эшләргә тура килә. Оло йәштәгеләр теләгән ваҡытта уға шылтырата ала.
– Хатта төндә лә сығып китергә тура килгән осраҡтар булды, – тип хәтерләй ул.
Асия Урал ҡыҙы күрһәткән социаль хеҙмәттәр исемлеге шаҡтай киң. Шуларҙың иң күләмлеһе – хужалыҡ эштәре. Ә ауыл ерендә ул һәр кемдә бар тиерлек. Йәйен баҡса эштәрендә ярҙамлашырға, йорт тирәһен таҙартырға, үләнен сабырға, кәртә буятырға, ҡышын ҡар көрәргә тура килә. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып ала, ҡарауҙағы кешеләрен дауаханаларға оҙатып йөрөй. Быларҙың барыһы ла күп көс һәм ваҡыт талап итә. Физик ярҙамдан тыш, оло йәштәгеләр бигерәк тә йылы һүҙгә һәм ябай иғтибарға мохтаж.
Бөгөн, пандемияға бәйле, оло йәштәгеләр юғары хәүеф төркөмөндә ҡалды. Һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ошо ябай булмаған осорҙа алғы сафҡа сыҡты. Коронавирус инфекцияһы таралыуын профилактикалау маҡсатында, Асия Урал ҡыҙы ҡарауҙағы кешеләре ҡурсаланыу режимын мөмкин тиклем тыныс үткәр-һен өсөн барыһын да эшләй.
Асия Урал ҡыҙы – дүрт бала әсәһе, уларҙың икәүһен 2007 йылда опекаға ала. Ауыл биләмәһендә үткән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Тырышлығы, ябайлылығы менән ауылдаштары һәм коллегалары араһында абруй ҡаҙан-ған.
– Хәҙер инде дүрт йылдан ашыу хаҡлы ялдамын. Тик әбей-бабайҙарымды бер ҙә ташлап киткем килмәй. Мин уларға шул тиклем өйрәнгәнмен, уларҙы яҡын кешеләрем, туғандарым кеүек күрәм. Уларҙың ҡайһы берҙәрен эшемдең тәүге көнөнән алып ҡарайым, – тип уртаҡлаша Асия Урал ҡыҙы.