Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Май 2020, 17:57

Тылсымлы һәм матур донъяла

Мәсетле ҡасаба-ара үҙәк китапханаһының үҙ бурыстарын яҡшы белгән, китапхана эше теорияһына һәм практикаһына юғары кимәлдә эйә булған һәләтле, ижади китапханасылары ул – Марина Худякова менән Зилиә Вәлиева. Икеһе лә Силәбе мәҙәниәт институтының китапхана эше факультетын тамамлаған һәм бына инде 34 йыл дауамында үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалалар.

Улар китап фондын ентекле өйрәнгән, һеҙгә яраҡлы китап һайлай, әҙәбиәт тәҡдим итә алалар. Үҙ уҡыусыларын улар һәр ваҡыт ихлас ҡаршылай, һәр береһенә тейешле иғтибар бүлә, кәрәкле һүҙҙәрен таба. Үҙ эштәренә тоғролоҡтары, яуаплы мөнәсәбәттәре менән китап һөйөүселәр һәм коллегалары араһында абруй яулағандар.
Марина Геннадьевна (һүрәттә – һулда) дүрт йәшендә үк уҡырға өйрәнә.
– Бына ошо ваҡыттан алып уҡыйым да инде, – тип йылмая ул. – Шуғалыр ҙа инде, ошо йүнәлештәге һөнәр һайлағанмын. Мин юғары уҡыу йортонда белем алғанда, китапханасы һөнәре иң абруйлыларҙан һанала ине. Беҙгә китапхана – ул мәғлүмәт үҙәге, ә китапханасы юғары эрудициялы кеше булырға, фондтар һәм каталогтар менән яҡшы эш итә белергә тейеш, тинеләр. Ул ваҡытта мәғлүмәт алыу өсөн барыһы ла китапханаға килә торғайны бит.
Марина Геннадьевна төркөмдөң иң яҡшы студенты була, шуға күрә шунда уҡ етәксе вазифа – Күмертау китапханаһына директор булырға тәҡдим итәләр. Әммә ул, хеҙмәт юлын бәләкәйҙән башларға кәрәк тип, директорлыҡтан баш тарта. 1990 йылдан район китапханаһында эшләй. Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарында төрлө вазифалар биләй. Бөгөн ул – хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире.
– Миңә үҙ эшем, китап уҡыусылар менән аралашыу оҡшай, – ти ул. – Беҙҙең китапхана бөгөн дә буш тормай. Уҡыусылар араһында уҡыу һирәгәйҙе, әлбиттә. Элек мәктәп программаһы буйынса күп уҡыйҙар ине. Әммә араларында тормоштарын китапһыҙ күҙ алдына ла килтермәгән ихлас уҡыусыларыбыҙ бар. Хәҙерге китапхана – ул китаптар һаҡланған урын ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә мәҙәни ял үҙәге, осрашыуҙар һәм аралашыу урыны.
Марина Худякова “Берегиня” рус мәҙәниәте клубын ойошторған. Ул төрлө темалар-ға саралар уҙғара, ә клуб ағзалары унда теләп йөрөй һәм ҡатнаша.
Марина Худякова – һәр яҡлап һәләтле, ижади шәхес. Шиғырҙар ижад итә. 2017 йылда “Сквозь эго” исемле китабы донъя күрҙе. Ул ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
Зилиә Ҡәүи ҡыҙы – балалар китапханаһы мөдире. Хеҙмәт юлын Силәбе ҡалаһындағы татар-башҡорт китапханаһында башлай. Кейәүгә сыҡҡас, тормош иптәшенең тыуған районына күсеп киләләр. 1992 йылда Мәсетле үҙәк китапханаһына эшкә урынлаша.
– Балалар менән эшләү ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта үтә ҡыҙыҡлы ла,– ти ул. – Әгәр оло кеше китапханасыны тыңлағанда ниндәйҙер етешһеҙлекте ғәфү итһә, балалар – юҡ. Һин улар өсөн абруйлы кеше булырға, күпте белергә тейешһең. Шуға күрә һәр һүҙгә етди ҡарау, материалды ҡыҙыҡлы һәм төрләндереп биреү менән кескәй-ҙәр иғтибарын йәлеп итә белеү мөһим.
Балалар китапханаһына килеүселәр һәр ваҡыт күп. Мәктәптәрҙән тотош кластары, балалар баҡсаларынан төркөмдәр менән киләләр. Улар өсөн Зилиә Ҡәүи ҡыҙы коллегалары менән төрлө күңел асыу саралары, уйындар, конкурстар, викториналар, театрлаштырылған тамашалар ойоштора.
Балалар китапханасыһы – ул психолог та. Һәр бала күңеленә юл таба белеү мөһим. Бик һирәктәр үҙ аллы китап һайлай, башлыса улар китапханасыға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ә ул иһә уҡыусының йәшенә һәм ҡыҙыҡһыныуҙарына тап килгән әҙәбиәтте тиҙ генә табып та бирә. Зилиә Ҡәүи ҡыҙы фекеренсә, баланың киләсәктә китапҡа бәйләнгәнлеге китапханасынан һәм ата-әсәнән тора.
– Беҙ балаға уның йәшенә тура килгән әҙәбиәтте дөрөҫ тәҡдим итергә тейешбеҙ. Уны ҡыҙыҡһындырмаған әҙәбиәт биреп, кескәй китап уҡыусыны өркөтөп ҡуйырға ярамай. Китапханасынан күп нәмә тора.
Бына шундай тылсымлы һәм матур донъяға асҡыс бирә китапханасылар беҙгә.