Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
30 Апрель 2020, 12:30

Үҙ бурыстарын яуаплы үтәйҙәр

30 апрелдә иң кәрәкле тиҙ хәрәкәт итеүсе хеҙмәттәрҙең береһе – янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй.

Ут менән көрәшеүсе һөнәре бөтә замандарҙа ла айырыуса маҡтаулы һәм данлыҡлы булып иҫәпләнгән. Унда ҡыйыу һәм үҙ-үҙен аямаусы кешеләр генә эшләй ала.
86-сы янғын һүндереү-ҡот-ҡарыу часы ҡарауыл начальнигы Андрей Комлев был юлға 1997 йылда баҫа.
Әле бала саҡтан уҡ ҡотҡарыусы булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Ленинград янғын һүндереүселәр училищеһына уҡырға инергә була, әммә конкурс буйынса үтмәй, ә ҡотҡарыусы булыу теләге ҡала. Шуға күрә армияла хеҙмәт иткәндән һуң, 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часына эшкә урынлаша. Тәүҙә янғын һүндереүсе була, 2000 йылда яуаплылығы, дисциплиналылығы, эште теүәл башҡарыусанлығы һәм эшсәнлеге өсөн ҡарауыл начальнигы итеп тәғәйенләнә. Бөгөн уның ҡулы аҫтында дүрт кеше эшләй, улар дежур итеү ваҡытында теләһә ниндәй хәл-шарттарҙа ла, шул иҫәптән юл-транспорт ваҡиғаһы йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә янғынды бөтөрөү өсөн сығырға әҙер булырға тейеш. Янғын һүндереү командаһының яйға һалынған эшенә ҡайһы саҡ кеше ғүмере бәйле була.
– Беҙҙең эштә яңғыҙ кеше бер ни эшләй алмай, тимәк эштең уңышлы үтәлеүе эргәлә ниндәй кешеләр булыуынан тора, – ти Андрей Николаевич. – Бына шунда – коллективта эште берәү – барыһы өсөн, ә барыһы берәү өсөн булырлыҡ итеп ойоштороуҙа күрәм дә инде үҙемдең төп бурысымды. Берәүҙең дөрөҫ эшләүенә икенсе кешенең ғүмере бәйле булырға мөмкин. Шуға күрә ҡарауылда үҙ-ара мөнәсәбәттәр күп нәмәне хәл итә. Был йәһәттән мин уңдым, тип иҫәпләйем. Минең командала тәжрибәле, үҙ эшенә бирелгән кешеләр эшләй. Улар: Радмил Ҡәйүмов, Эдуард Федотов, Илфат Вәлиев, уларҙың янғын һүндереүҙә хеҙмәт стажы 20 йылдан ашыу тәшкил итә.
Халыҡта саҡырыуҙар ара-һында янғын һүндереүселәр йоҡлай, тигән ышаныу бар. Ләкин был улай түгел. Бөтә шәхси состав һәр ваҡыт мәшғүл. Беҙҙең көн тәртибе бар. Көн һайын тренировкалар үткәрәбеҙ, сөнки беҙҙең эштә сыҙамлыҡ, стресҡа ҡарата ныҡлыҡ һәм бик яҡшы физик әҙерлек талап ителә. Янғын-тактик күнекмәләре ваҡытында янғын һүндереү теорияһынан белемдәребеҙҙе камиллаштырабыҙ, техниканы хеҙмәтләндерәбеҙ, һөнәри оҫталыҡ буйынса зачеттар һәм нормативтар тапшырабыҙ, квалификациябыҙҙы күтәрәбеҙ. Өс йылға бер тапҡыр Рә-сәй МЧС-ының баш идаралығында физик әҙерлек, теория һәм практика буйынса аттестация үтәбеҙ. Балалар өсөн янғын часына экскурсиялар ойошторабыҙ, халыҡ араһында профилактик әңгәмәләр уҙғарабыҙ.
Иң ҙур янғынды хәтерләй-һегеҙме, тигән һорауға ҡарауыл начальнигы:
– Улар аҙ булманы. Иҫемдә, 2000 йылдар башында иртән үк саҡырыу буйынса Дыуан-Мәсетле ауылына сығып киттек. Ҡайтып килгәндә тағы ла бер хәбәр алдыҡ – Оло Аҡа ауылында бер үк ваҡытта һигеҙ өй яна ине. Күп тырышлыҡ һалыр-ға тура килде. Етдиләргә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Чапаев урамындағы һуңғы янғынды ла индерергә мөмкин. Ул көндө көслө ел ине.
– Янғын һүндереүҙә ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереү дружиналары ҙур ярҙам күрһәтә, – тип һүҙен дауам итә Андрей Комлев. – Улар федераль структура булмаһалар ҙа, беҙҙең кеүек үк ут менән көрәшәләр. Шуға күрә уларҙың эшен билдәләп үткем килә һәм шулай уҡ һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, уларға эштәрендә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйем!
* * *
Илшат Мулләхмәтов – 86-сы янғын һүндереү часы водителе. Саҡырыу булыу менән ул, махсус сигналын ҡабыҙып, янғын йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәл урынына ашыға. Ян-ғын һүндереүселәрҙең урынға нисек тиҙ барып етеүе уның иғтибарлығынан, йыйнаҡлы-ғынан һәм аныҡ эш итеүенән тора.
Янғын машинаһы водителенең төп ҡағиҙәһе – янғын сыҡҡан объектҡа ваҡытында барып өлгөрөү, мөлкәттең, ә ҡайһы саҡта кешеләрҙең ғүмере шуға бәйләнгән. Автомобилдең техник торошо, урынға сығыуға әҙерлек – насостың эше, янғын һүндереү-техник ҡоралдарҙың һаҡлылығы, һыу тултырыу – Илшаттың ҡарамағында. Диспетчер пультына янғын тураһында төрлө мәлдә шылтыратыуҙары ихтимал, һәм уға һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк. Килеп тыуған хәлгә ҡарап, водитель шулай уҡ янғын һүндереүселәр эшенә ҡушылып китергә мөмкин.
Илшат Мулләхмәтов янғын һағында 15 йылдан ашыу эшләй, һәм үҙенең тәүге янғынға сығыуын яҡшы хәтерләй.
– Хеҙмәт юлымды мин янғын һүндереүсе булып башланым, – ти ул. – Үҙемдең тәүге сменамда киске 11-ҙә Әжекәй ауылында янғын тураһында хәбәр килде. Унда беҙ иртәнгә тиклем ут менән көрәштек. Шул саҡта мин янғын һүндереүсенең 24 сәғәт буйына тулы әҙерлектә булырға тейеш икәнлеген аңланым.
Үҙенә янғын һүндереү машиналарының үҙенсәлеген үҙләштерергә ярҙам иткән остазы – янғын часы ветераны Павел Губинды ул йылы һүҙҙәр менән иҫенә төшөрә. МЧС хеҙмәт- кәрҙәрен ниндәй сифаттар айырып тора, тигән һорауға уйлап эшләү, ҡыйыулыҡ, яуаплылыҡ һәм теүәл үтәү кеүек һыҙат- тарҙы һананы, шунһыҙ эшләү мөмкин түгел.
Янғын урынына ашығыусы машинаны күргән водителдәр-ҙең үҙҙәрен нисек тотоуы тура-һында һүҙ сыҡҡас, кемдер юл бирә, кемдәрҙер иғтибар ҙа итмәй, тине. Ҡайһы берәүҙәр бында минуттарҙың һанаулы һәм ошо ваҡытта кемгәлер ярҙам кәрәк икәнлеген аңлап етмәйҙәр, күрәһең.
Һүрәттә һулдан уңға: Илшат Мулләхмәтов, Андрей Комлев.