Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Апрель 2020, 13:00

Ветеринар бөгөн дә сафта

Халыҡ-ара ветеринария табибы көнө йыл һайын апрелдең һуңғы шәмбеһендә билдәләнә. Быйыл ул 25 апрелгә тура килә һәм егерменсе тапҡыр үтә.

Ветеринар һөнәрен уның абруйы һәм килеменә ҡарап түгел, ә күңелгә яҡынлығы өсөн һайлайҙар.
Теләш ауылынан Рәмзиә Әхйәмова ғүмеренең ҙур өлөшөн ошо һөнәргә арнаған. Ул Мәләүез районының Мотай ауылында тыуып үҫкән. Мәктәп йылдарында табип булырға хыяллана, тик конкурс буйынса үтмәй. Йәш ҡыҙ тыуған колхозында эшкә төшә, өс айлыҡ ветеринарҙар курсы үткәс, ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә ҡарар итә. Ул әлеге ҡарарына бер тапҡыр ҙа үкенмәнем, малдар өсөн кешеләргә борсолған кеүек үк борсолдом, ти.
Институтта ул “Коммунист” колхозы йүнәлтмәһе буйынса уҡып йөрөгән Тәкә ауылының оҙон буйлы, һомғол, сибәр егете Рафилды осрата һәм дүртенсе курста уҡығанда уға кейәүгә сыға. Институтты тамамлағандан һуң бер юлы ике йәш белгес иренең тыуған яғына ҡайта. Бында Рафилды ауыл Советы комсоргы һәм ветеринары итеп тәғәйенләйҙәр, ә Рәмзиә Тәкә ауылына ветеринар булып урынлаша.
Уларға, йәш белгестәр булараҡ, колхоз торлаҡ бүлә. Ҡыҙҙары Ирина тыуа. Бынан һуң Рәмзиә Миңлехан ҡыҙы биш йыл ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Ғаилә Теләш ауылында өй һатып ала. 1989 йылда уларҙың улдары Руслан донъяға килә. Декрет отпускыһынан һуң, ул фермала ветеринар булып эш башлай.
– Ул йылдар колхозыбыҙҙың сәскә атҡан ваҡыты ине, – тип иҫенә төшөрә ветврач. – Ҡатын кеше булараҡ, миңә ауыр эште әллә ни ҡушып барманылар, сөнки колхозда ветеринар ирҙәр Рәфҡәт Әхмәтйәнов, Әлифйән Ваһапов, Ахунйән Әсмәндиәровтар булды, уларҙың көсөнә һәм тәжрибәһенә һоҡлана инем.
Мин быҙауҙарға прививкалар яһаным, малдарға дауа тәғәйенләй һәм дауалай, уларҙың ҡанын ала инем. Колхозда бөтә эш тә уртаҡ булды, бесән саптыҡ һәм әҙерләнек, игенде йыйып алғандан һуң келәткә өмәләргә йөрөнөк, сөгөлдөр утаныҡ һәм йыйҙыҡ.
Ҡаты ауырығандан һуң 2005 йылда ире фани донъяны ҡалдырып китеп бара, ә Рәмзиә Миңлехан ҡыҙы уның урынына ауыл Советына ветеринар булып күсә.
Яҙмыш бәхетһеҙлектәренә ҡаршы ныҡ тороп, ул бер үҙе ике балаһын тәрбиәләй. Хәҙер ҡыҙы Ирина бына инде 15 йыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында инглиз теле уҡыта, ә улы, юғары белем алһа ла, эшсе һөнәр һайлап, төньяҡта эшләп йөрөй.
Рәмзиә Әхйәмова пенсияға сыҡҡас та хеҙмәт юлын дауам итә. Уға алмашҡа йәш белгес Айгиз килә, уға бик теләп үҙенең тәжрибәһен уртаҡлаша.
– Элекке ветеринарҙар булмай, кешеләр әле лә кәңәш һорап килә, һәм мин уларға ярҙам итергә тырышам, – ти ул.