Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Апрель 2020, 16:00

Һайлаған юлына тоғро ҡала

21 апрелдә Рәсәйҙә һәр ойошманың финанс генийҙары – баш бухгалтер- ҙар һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо дата уңайынан беҙ әлеге һөнәр вәкиле Зөлфиә Кардашина менән осраштыҡ.

Бала һәм үҫмер сағында уны күберәк гуманитар фәндәр ҡыҙыҡһындыра, ә ата-әсәһе медицина хеҙмәткәре булыуын теләй. Ләкин, һис көтмәгәндә, ул иҡтисади белем ала һәм шул һөнәренә 34 йыл ғүмерен арнай.
1986 йылда “Иҡтисад һәм ауыл хужалығын ойоштороу” йүнәлеше буйынса Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, ул Туймазы районында баш иҡтисадсы вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Тыуған Мәсетле районына ҡайтыу менән уны ул саҡта Мәсәғүттәгеһенән айырылған “Йылылыҡ селтәре”нә баш бухгалтер итеп саҡыралар.
– Ун йыл эшләп киткән ПУЖКХ коллективын гел йылылыҡ менән һәм һағынып иҫкә алам. 90-сы йылдарҙа ул райондың иң эре ойошмаларының береһе булып, йылылыҡ һәм электр селтәрен, “Һыу каналы”н берләштерә ине, – ти Зөлфиә Фазим ҡыҙы. – Ғөмүмән, эшләгән урындарымда етәкселәрҙән һәм коллективтарҙан гел уңдым. Людмила Филипповаға айырым рәхмәт әйткем килә. Ул үҙенең ваҡыты менән иҫәпләшмәй – эштән һуң да, ял көндәрендә лә беҙҙе компьютер программалары ярҙамында бухгалтер иҫәбен алып барырға өйрәтте. Уның ярҙамында беҙ һуңынан бөтә программаларҙа ла эшләй алдыҡ (хәҙер уларҙың иҫәбе-һаны юҡ). Шулай уҡ һайланған һөнәремдең бөтә нескәлектәрен һәм хикмәттәрен үҙләштерергә ярҙам иткән остазым Ләүизә Ғәйнановаға рәхмәтлемен.
2009 йылдың ноябренән Зөлфиә Кардашина БР Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһының баш бухгалтеры булып эшләй. Гел ваҡыт менән бергә атларға, ҡануниәт һәм норматив документтарын өйрәнергә, норматив базаның ағымдағы үҙгәрештәрен күҙәтеп барырға кәрәклекте ул үҙ эшендә төп нәмә тип иҫәпләй.
– Барыһына ла бухгалтер эше – ул осһоҙ-ҡырыйһыҙ һандар, отчеттар, һалымдар иҫәпләү булып тойола, – ти Зөлфиә Фазим ҡыҙы. – Ысынында ул бик ҡыҙыҡлы эш. Бухгалтер отчетын берҙәм система итеп күреү өсөн бик күп һандар йыйылмаһынан һин тотош бер картина төҙөргә тейеш һәм тап ана шулай килеп сыҡһа, ғәйәт ҙур ләззәт алаһың. Мин үҙ ғүмеремә бухгалтер булып эшләнем һәм профессия һайлағанда хаталанмағанмын, тип иҫәпләйем.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн Зөлфиә Кардашина әллә нисә тапҡыр рәхмәт хаттары һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған. Быйыл ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсының “Иң яҡшы финанс-иҡтисад хеҙмәте хеҙмәткәре” номинацияһында еңеүсе булды.
Буш ваҡытында Зөлфиә Фазим ҡыҙы сигенергә, гөлдәр үҫтерергә, емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсаһында эшләргә ярата.
Шифахананың мәҙәни һәм спорт тормошонда, район конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Быйыл ул райондың хеҙмәт коллективтары араһындағы саңғы ярышында өсөнсө урын алды, “Иң яҡшы өй алды баҡсаһы” конкурсы призеры булды. Һәр ваҡыт хуплап, эшенә аңлап ҡараған ғаиләһен тормошоноң иң ҙур шатлығы тип иҫәпләй ул.