Яҡшы эштәр һәм изге ғәмәлдәр бер ҡасан да күренмәй ҡалмай. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсының “Йыл меценаты” номинацияһы ошо хаҡта һөйләй. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Ишәле ауылынан Фәниә Тәхәүетдинова ошо исемгә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһында уға дипломды район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов тапшырҙы (һүрәттә).
Фәниә Илһам ҡыҙы ире Рәлиф Рафаэль улы һәм улдары Радим, Урал, Фуат, Динис ярҙамында тыуған ере һәм яҡташтары өсөн күп нәмәләр эшләне. Уның башланғысында һәм матди ярҙамында Ишәле ауылы клубында капиталь ремонт яһалды: ҡыйыҡ профтүшәмә менән ябылды, бина сайдинг менән тышланды, сүкелгән ҡоймалар һәм пластик тәҙрәләр ҡуйылды. Шулай уҡ Фәниә Илһам ҡыҙының инициативаһы һәм бағыусылыҡ ярҙамы менән ауылда “Илһам” мәсете төҙөлдө, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға стела ҡуйылды, балалар майҙансығы йыһазландырылды, ауылдың үткәненә, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә арналған ҙур “Ишәлем, Һоям – тыуған оям” байрамы уҙғарылды.
Шулай уҡ ул Ишәле ауылы тарихы, уның кешеләре тураһында яңы китап сығарыуҙы илһамландырыусы булды.
Фәниә Илһам ҡыҙы йәш сағынан уҡ әүҙем һәм маҡсатлы була, үҙ эшенә һәр ваҡыт яуаплы ҡарай һәм уны намыҫлы башҡара, үҙен тулыһынса шуға бағышлай. Теләш урта мәктәбен тамамлағандан һуң ул Өфө китапхана техникумына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Яңы Мөслим ауылында китапхана мөдире булып башлай. Артабан Ҡорғат клубында художестволы етәксе һәм Ҡорғат көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатында ҡабул итеүсе-тапшырыусы булып эшләй. Бер үк ваҡытта Чкалов исемендәге колхоз механизаторы эшен дә алып бара.
Юғары күрһәткестәре өсөн Баш-ҡортостан Республикаһының механизатор ҡатын-ҡыҙҙары араһында еңеүсе була. “Ленинсы” гәзитенең махсус призы менән билдәләнә. Колхоз Т-150 тракторы алғас, уны тап Фәниә апайға ышанып тапшыралар.
1990 йылдан алып ун йыл буйы Ҡор-ғат ауыл Советында эштәр менән идара итеүсе булып эшләй. 2000 йылда улар-ҙың ғаиләһе Свердловск өлкәһенең Биләмбай ҡасабаһына күсенә, бында ул Биләмбай руднигында, Первоуральск яңы торба заводында хеҙмәт итә. 2012 йылда “Үҙ эшеңде башла” эш башлаусы эшҡыуарҙар грантын ота һәм үҙенең бәләкәй икмәк цехын аса.
Уңышлы эшҡыуар, йомарт меценат, бына тигән ҡатын, әсә һәм өләсәй Фәниә Илһам ҡыҙы – ата-бабаларының тарихын һаҡлаусы һәм башҡалар өсөн сағыу өлгө.