Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Март 2020, 11:00

Яуаплы хеҙмәттә

Эске эштәр бүлеге эшмәкәрлегендә дежур бүлек мөһим роль үтәй. Бында ҡылынған енәйәттәр һәм хәл-ваҡиғалар тураһында шылтыратып йәки килеп хәбәр итәләр. Һәм бында күп нәмә нәҡ дежур бүлек хеҙмәткәренең мәғлүмәтте ваҡытында ҡабул итеүенә, эшкәртеүенә, был хаҡта етәкселеккә еткереүенә һәм бар ғәмәлдәрҙе оператив ойоштороуына бәйле.

Әлеге мәлдә дежур бүлегендә полицияла ҙур хеҙмәт стажына эйә иң яҡшы әҙерләнгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Оператив дежурныйҙар Илгиз Байрамғоловты, Артур Хафизовты, Айбулат Аллаяровты, Рөстәм Әлмөхәмәтовты, уларҙың ярҙамсылары Радмир Ғилмановты, Ильяс Дилмөхәмәтовты, Иҙрис Мамедовты, Айнур Лотфуллинды үҙ эштәренең оҫталары, тип атарға мөмкин.
Дежурныйҙарҙың төп бурысы – граждандарҙан алын-ған һәм тикшереү талап ителгән барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе өҙлөкһөҙ һәм оператив ҡарау. Килгән хәбәрҙәр мәғлүмәттең ниндәй булыуынан сығып бүленә. Йыш ҡына оператив эш итергә кәрәк була, ҡарар ҡабул итеү өсөн бер нисә генә секунд бар. Бынан тыш, бүлектең барлыҡ махсус саралары һәм ҡоралдары дежур бүлек һағы аҫтында.
Енәйәттәр, административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм хәл-ваҡиғалар тураһында тәүлек эсендә бик күп хәбәрҙәр алына. Полиция хеҙмәткәр-ҙәре һәр шылтыратыуҙы шунда уҡ иғтибарға алырға тейеш.
– Төндәрен ғәҙәттә эсеп ғауға күтәреүселәр арҡаһында шылтыраталар, ә көндөҙ банк карталарын юғалтыу-сылар күпләп мөрәжәғәт итә, – ти оператив дежурныйҙар. – Беҙҙең эшмәкәрлек менән бәйле булмаған шылтыра- тыуҙар ҙа була. Мәҫәлән, баш-ҡа ойошмаларҙың телефон һандарын һорайҙар. Ваҡыт булғанда әйтеп ебәрә алабыҙ, әммә улар шул уҡ ваҡытта башҡа урында кемдеңдер ярҙамға мохтаж булыуы һәм беҙгә шылтыратып ала алмауы ихтимал булыуын аңлаһын ине.
Райондаштарыбыҙҙың хәүефһеҙлеге Мәсетле районы эске эштәр бүлеге оператив дежурныйҙарының ни тиклем тиҙ һәм дөрөҫ эш итеүҙәренә бәйле. Улар үҙҙәренә ышанып тапшырылған бурысты тәүлек әйләнәһенә намыҫлы башҡара.