Беҙҙең районда юғары категориялы табип-фтизиатр Роберт Ханов оҙаҡ йылдар райондаштары һаулығы һағында тора. Роберт Миңлебай улы 1947 йылда тыуған, Ҡотош ауылында үҫкән. Мәктәп йылдарында уҡ ул табип бу- лырға теләй һәм ошо һөнәрҙе һайлағаны өсөн һис кенә лә үкенмәй. Бына инде 50 йыл ул медицинала хеҙмәт итә. ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң ике йыл Ленинград өлкәһе Горелово ҡалаһында медсанчас-та хәрби хеҙмәт үтә.
Армиянан һуң 1973 йылда тыуған Мәсетле районына әйләнеп ҡайта. Хеҙмәт юлын участка терапевы булып башлай, һуңынан психоневролог һәм рентгенолог була. 1991 йылдан башлап бына инде 30 йыл үҙәк район дауаханаһында фтизиатр.
Үҙ эшмәкәрлегендә Роберт Миңлебай улы норматив-хоҡуҡи документтарға таянып эш итә.
– Был минең эшемдә ҡулланылған төп документ, – тип уртаҡлаша доктор. – Туберкулез күптәр уйлағанса дауалап булмай торған сир түгел. Әгәр бар сараларын да күреп, тейешле дауаһын алһаң, был сирҙе еңергә мөмкин. Сирләп киткән кеше стационарҙа дүрт айға тиклем дауалана, ҡатмарлыраҡ осраҡта – алты-һигеҙ ай, тағы ла йыл ярым амбулаторияла. Әммә был һирәк күренеш – күптәр стационарҙа бер нисә ай ғына яталар ҙа, ҡалған дауаны өйҙә алалар. Туберкулез менән көрәш оҙаҡҡа һуҙыла, әммә дауаланыуҙы ташларға ярамай. Ҡайһы берҙәрҙең шуны аңламауы ҡыҙғаныс. Туберкулез менән сирләп китеүселәр араһында социаль яҡтан яҡшы ғаиләләрҙән дә осрап ҡуялар, әммә башлыса эске менән мауығыусылар, иректән мәхрүм ителгәндәр араһында тарала. Һуңғыларын дауалауы бигерәк тә ҡыйын, улар дауаланып та ҡарамай, үҙҙәренә ҡул һелтәп ҡуялар.
1991 йылдан 2000-гә тиклем беҙҙең районда туберкулез менән сирләп китеү осраҡтары күп түгел ине, ҡалған ун йылда кинәт артып китте, 2010 йылдан һуң йәнә кәмеү күҙәтелә. Сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн күп саралар күрелде һәм улар һөҙөмтәһеҙ булманы.
2019 йылда Башҡортостандың Төньяҡ-Көнсығышында тын юлдары туберкулезы менән сирләп китеүҙең 58 осрағы теркәлгән, был, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 15 осраҡҡа кәмерәк. Мәсетле районында 12 сирле теркәлгән, алдағы йылдан бишкә күберәк.
Туберкулездан һаҡланыуҙың төп сараһы – БЦЖ вакцинаһы менән прививка яһау. Сабыйҙарға бала табыу йортонда уҡ вакцина ҡуйыла, 6-7 йәштә ревакцинация яһала. Туберкулезды иртә стадияла асыҡлау өсөн балаларҙа Манту реакцияһы ҡулланыла, ололарҙа – флюорография.
– Ҡайһы бер йәш ата-әсәләр вакцина ҡуйҙырыуҙан баш тарта. Мин ваҡытында ҡуйҙырырға кәңәш итер инем. Был туберкулездың ауыр осрағына юлыҡмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Табиптың шәхси тормошо яҡшы. Ул ҡатыны Миңһылыу Рәхимйән ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер өс ейәндәре бар.