Такси водителе – хәҙерге заманда киң таралған һөнәрҙәрҙең береһе. Улар-ҙың күп булыуҙарына ҡарамаҫтан, таксистар барыбер етешмәй, сөнки, статистика буйынса, уларҙың 90 проценты нормаһынан күберәк эшләй.
Хәҙер көн һайын тиерлек таксиҙа йөрөүселәрҙе осратырға мөмкин. Күптәр, өс-дүрт кеше бергә килешеп, бер таксиға ултырып йөрөй, улай арзаныраҡҡа төшә. Был хеҙмәт бөгөн Оло Ыҡтамаҡта бигерәк тә ҙур һорау менән файҙалана. Бында йәмәғәт транспортының булмауы ла йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә.
“Флагман” тикси хеҙмәте 15 йыл халыҡҡа уңайлылыҡ булдырыу өҫтөндә эшләй. Рәис Һаҙыев был ойошма асылыу менән шунда урынлаша. Элегерәк “Маяҡ” колхозында рәйес водителе булған.
Кемдер, таксистарҙың аҡсаһы күп, тип уйлайҙыр. Шундай фекерҙәрҙе ишетһә, водитель үпкәләп тә ҡуя – сменаһына әллә ни күп кермәй, ҡыҫҡаһы, икмәк-тоҙлоҡ.
Рәис Һаҙыев көндөҙ генә эшләй. Элек төндәрен дә сығып ҡараған, әммә әллә ни төшөм алмаған. Үҙенең шәхси ярҙамсы хужалығын булдырып ебәреп, уны такси хеҙмәте менән бер рәттән алып бара. Шулай итеп ғаиләһен тәьмин итә.
Такси һайлағанда клиенттар йыш ҡына автомобилдең тышҡы торошона һәм маркаһына иғтибар итә, шуға күрә ул күптән түгел машинаһын замансараҡҡа алмаштырған.
Юлдарҙың торошо транспорттың туҙыуына килтерә. Шуға күрә аҙнаһына бер тапҡыр техниканы ҡараштырып алалар.
Ғәҙәттә заказдарҙы диспетчер телефон аша тапшыра, ҡайһы бер клиенттар такси туҡталҡаһына ла килә, тағы ла тәжрибәле водителдең даими клиенттары бар. Такси водителенең әйтеүенсә, көндөң яҡшы үтеүе һәм клиенттарҙың йәнә һиңә мөрәжәғәт итергә теләге булыуы иғтибарлы мөнәсәбәткә генә түгел, ә автомобилдең таҙа булыуына, водителдең бөхтәлегенә лә бәйле.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү такси водителе өсөн мотлаҡ. Элегерәк пассажирҙарға автомобилдә хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерергә кәрәклеген аңлатырға тура килһә, хәҙер улар өйрәнеп бөткән – үҙҙәре шунда уҡ ҡайышты эҙләй башлай.
Таксистарға 12-14 сәғәт эшләргә тура килә. Руль артында ултырыусыға бик тотанаҡлы булырға кәрәк, сөнки төрлө пассажирҙар осрай. “Мин клиенттар-ҙың эштәренә, һөйләшеүҙәренә ҡыҫылмаҫҡа тырышам. Бары тик юлды ентекләп ҡарап барам, шуға күрә клиенттар менән һүҙгә килешкәнем юҡ”, – ти водитель.
Балалы пассажирҙарға уңайлы бул-һын өсөн ул балалар автокреслоһы һатып алған. Ҡайһы бер клиенттар такси автомобилендә әйберҙәрен, документтарын, хатта гаджеттарын онотоп ҡалдыра. Клиент әйберен онотоуын шунда уҡ аңлап ҡалһа, такси китеп өлгөрмәгән осраҡта кире килә, бик булмаһа, уны һуңыраҡ диспетчерҙар базаһынан барып алырға мөмкин.
Пассажирҙарҙың түләүҙән баш тарт-ҡан осраҡтары юлда һирәк күренеш түгел. Үҙ тәжрибәһендә быны кисергән тәжрибәле водитель хәҙер һиҙемләүенә ышана һәм юлда ҡул күтәреп тороусыларҙы алмаҫҡа тырыша, диспетчерҙың саҡырыуын көтә.
Кисен тыуған ауылы Яңы Мөслимгә ҡайта, ауылдаштарын ултыртып ала, әммә был осраҡта такси тарифы менән түгел, ә ҡайһы саҡта студенттарҙы бушлай ҙа алып ҡайта.