Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
17 Март 2020, 16:00

Бер туған моряктар

19 мартта Рәсәй Федерацияһы Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәр һөнәри байрамдарын билдәләйҙәр.

Флоттағы физик һәм психологик йәһәттән еңел булмаған был хеҙмәт һәр ваҡытта ла почетлы булып иҫәпләнде. Унда хеҙмәт иткәндәр хеҙмәттәштәре тураһында хәтирәләрҙе һәм унда алынған белемдәрҙе ғүмер буйы онотмай.Беҙҙең районда Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәр аҙ түгел. Араларында ғүмер буйы диңгеҙгә тоғро ҡалыусылар ҙа бар. Улар – бер туған Владимир һәм Алексей Кузнецовтар. Егеттәр Оло Ыҡтамаҡ ауылында Галина һәм Сергей Кузнецовтар ғаиләһендә донъяға килгәндәр. Мәктәпте тамамлағандан һуң 1986 йылда Владимирҙы армияға алалар. Ул Хәрби-диңгеҙ флотына эләгә. Бер айҙан үҙ теләге буйынса Северодвинск ҡалаһында Төньяҡ флот өсөн һыу аҫты атом кәмәләренә урта команда составы әҙерләгән техник колледж студенты булып китә. Өс йыл уҡығандан һуң контракт буйынса хеҙмәтен дауам итә. 1989 йылдан Владимир тәжрибәле командир Александр Богачев етәкселегендә ТК-20 “Северсталь” стратегик атом һыу аҫты кәмәһендә техник вазифаһында хеҙмәт итә. Уға һыу аҫты кәмәһенең приборҙарын һәм автоматикаһын тикшереп тороу бурысы йөкмәтелә. Алексей ҙа, ағаһына ҡарап, диңгеҙсе һөнәрен һайлай. Шул уҡ техниктар мәктәбен тамамлай. Артабан контракт төҙөп, Владимир хеҙмәт иткән һыу аҫты кәмәһендә турбинистар командиры булып китә. ТК-20 һигеҙ хәрби хеҙмәт үтәй, өс тапҡыр ракетанан ата. Экипаж дивизияның төрлө кораблдәрендә 50-нән күберәк тапҡыр күнегеү формаһында баллистик ракеталар осора. 1995 йылда беренсе ранг капитаны А. Богачев етәкселегендә Архангель өлкәһе полигоны буйынса Төньяҡ ҡотоп яғынан баллистик ракетаны күнекмәләр ваҡытында осорған өсөн экипаждың бер өлөшө дәүләт наградалары ала. 2002 йылда “Северсталь”корабле командаһы тураһында “Русская акула. Гигант океанов” документаль фильмы төшөрөлә. Хеҙмәт иткән осорҙа бер туған Кузнецовтар күп тапҡырҙар награда алалар. Кораблдә 20 йылдан ашыу хеҙмәт итеп, улар мичман званиеһында запасҡа сыға.Хәҙер улар бер-береһенән алыҫ йәшәй. Һәр береһенең ғаиләһе һәм берәр улы бар.