Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
15 Март 2020, 11:00

Намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәткәр

15 мартта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Уларҙың эштәре һәр ваҡыт күҙ алдында. Нәҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тырышлығы һөҙөмтәһендә беҙҙең фатирҙарҙа йылы һәм уңайлы.

Һөнәри байрамдары уңайынан беҙ район үҙәгендә урынлашҡан “Тепловик” йәмғиәтенә юлландыҡ. 25 кешенән торған был ойошма хеҙмәткәрҙәре Оло Ыҡтамаҡ, Әләгәҙ һәм Яңы Мөслим ауылдарын һыу менән тәьмин итеүҙе көйләй. Шулай уҡ килешеүҙәр нигеҙендә күп фатирлы өйҙәрҙә техник хеҙмәтләндереү уҙғара.
КамАЗ водителе, кран-манипулятор машинисы Илдар Исламов “Тепловик”та өс йыл эшләй, әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен намыҫлы, башҡарыусан, яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтеп өлгөргән. Ойошма етәкселеге уның тураһында тик яҡшы фекерҙә, үҙенә ышанып тапшырылған автомобилде һәр ваҡыт төҙөк хәлдә тотоуын билдәләне. Авария осраҡтарында саҡырыу менән тейешле урынға килеп етә. Кран ярҙамында ул бетон плиталарҙы һәм ҡулсаларҙы күсерә. Ҡыйыҡтан ҡар таҙартыу өсөн дворниктарҙы махсус платформала күп ҡатлы өйҙәр ҡыйығына күтәрә.
– Эшем миңә бик оҡшай, – ти Илдар Исламов. – Бала саҡтан уҡ техника менән ҡыҙыҡһынам, хәҙер йыш ҡына уларҙы ремонтлау буйынса видео- роликтар ҡарайым.
Коллективта уны хөрмәт итәләр һәм ышаналар, йыш ҡына автомобиль ремонтлау буйынса кәңәш һорайҙар. Ә ул барыһына ла ихлас күңелдән ярҙамлаша.
Илдар Исламов – хәстәрлекле һәм яратҡан атай һәм ир, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләйҙәр.