Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Февраль 2020, 17:00

Ауылдаштары сәләмәтлеге һағында

Бөгөн – фельдшерҙар көнөФельдшерҙар иң кәрәкле медицина белгестәренән иҫәпләнә. Шуға күрә улар хөрмәтенә Рәсәйҙә байрам булдырылыу ғәжәпләнерлек тә түгел.

Республикала медперсонал етешмәүе проблемаһы киҫкен тора, беҙҙең районда ла шул уҡ күренеш. Бөгөн ауыл ерендә фельдшерҙарҙың эше бигерәк тә баһалана.
Гөлнара Мофазалова – ошо һөнәр вәкилдәренең береһе. 20 йылдан ашыу ул әбдрәхимдәрҙең һаулыҡ һағында тора. Дөйөм эш стажы – 35 йыл.
Тыумышы менән Ҡаранай ауылынан булған Гөлнара Дим ҡыҙы мәктәп йылдарында уҡ үҙен медицинаға бағыш-ларға хыял йөрөтә. Мәктәпте тамамлау менән, һис икеләнеп тормай, Һатҡы медицина училищеһына инә. Уҡыуын тамамлағас, йәш белгесте Силәбе өлкәһенең Бакал медсанчасына ебәрәләр. Һуңыраҡ 10 йыл Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһендә медсестра булып эшләй.
Кейәүгә сығып, ғаилә ҡороп ебәргәс, Әбдрәхимгә күсеп килә һәм шунда эшкә тороп ҡала. 2005 йылда белгес фельдшерлыҡҡа ҡайтанан уҡып сыға.
Эш урынында Гөлнара Мофазалова күп функция башҡара – ул санитарка ла, медсестра ла, участка терапевы ла. Ҡарамағындағы территорияла 237 кеше йәшәй. Башлыса, ололар. Иң өлкән әбейгә күптән түгел 92 йәш тулған. Әбдрәхимдәрҙән тыш йыш ҡына айыптар ҙа мөрәжәғәт итә.
– Күберәк йөрәктәренә, ҡан баҫымына зарланалар, – ти ул. – Прививкалар ҡуя торған ваҡытта төп пациенттар – балалар. Халыҡ үҙ сәләмәтлегенә илке-һалҡы ҡарамаһын өсөн иҫкәртеү эштәре алып барыу ҙа мөһим.
Фельдшер – киң профилле белгес. Кешеләрҙең ғүмере уның дөрөҫ эш итеүенә, сирҙе ваҡытында асыҡлап, тейешле медицина процедуралары үткәреүенә, кәрәк осраҡта “Ашығыс ярҙам” саҡырыуына бәйле.
Медицина хеҙмәткәре ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге тураһында һорауға Гөлнара Дим ҡыҙы, тәү сиратта ихласлыҡ һәм битараф булмау, тип яуапланы. Ысынлап та, был һөнәр эйәләре кешене бәләлә ташламай.
Гөлнара Дим ҡыҙы – тәү сиратта, үҙ эшенең оҫтаһы. Әммә ҡайһы саҡта төп профессиональ һыҙаттарҙан тыш, кешене тыңлай белеү, кешеләрсә мөнәсәбәт кәрәк. Әбдрәхимдәр йыш ҡына үҙ фельдшерҙары менән хәлдәрен уртаҡлаша, кәңәш һорай. Шуға күрә ул психолог та булып китә.
Фельдшерҙы борсоуға һалған төп проблема – ауылда йәштәрҙең аҙ төпләнеүе, ғаиләләрҙең һирәк барлыҡҡа килеүе, балаларҙың аҙ тыуыуы. Уҙған йылда Әбдрәхимдә ни бары ике сабый донъяға килгән, бөгөн бер ҡатын йөклөлөк буйынса иҫәптә тора.
Гөлнара Мофазалова йәштәрҙе ауыл-ға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән программа-лар ыңғай һөҙөмтә бирер һәм районда ауылдар яңынан йәнләнер, тип өмөт итә.