Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Февраль 2020, 11:00

Матур йылмайыу бүләк итәләр

9 февралдә теш табиптары һөнәри байрамдарын билдәләй. Был һөнәр – йәмғиәттә иң талап ителгәндәрҙең береһе. Тап улар беҙгә матур йылмайыуҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында һигеҙ теш табибы эшләй. Иң тәжрибәлеләрҙең береһе – Әғләм Хафизов. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң бер йыл Өфө ҡалаһында эшләй, шунан үҙенең районына ҡайта һәм шул саҡтан бирле бына инде 30 йылдан ашыу ул район дауаханаһының стоматолог-ортопеды. Стоматологияла ортопед, протезлау алымдарын ҡулланып, тештәрҙе тергеҙә.
Әғләм Әбүбәкир улының грамоталары һәм рәхмәт хаттары бик күп, улар араһында республика кимәлендәгеләре лә бар.
Күрше кабинетта теш протездары әҙерләү менән шөғөлләнеүсе ике ярҙамсыһы – теш техниктары Миләүшә Ғимазиева менән Рафиға Кәримова хеҙмәт итә. Улар үҙҙәренең оҙаҡ йылдар дауамында тотонған материалдарын ҙур теләк менән күр-һәтте.
– Беҙ игәйбеҙ, полировкалайбыҙ, шымартабыҙ, махсус шыйыҡсалар менән эшкәртәбеҙ һәм хатта махсус иретеп-йәбештереү аппаратында эшләйбеҙ, – ти оҫта ханымдар.
Коллективта үтә лә дуҫтарса йылы атмосфера хөкөм һөрә. Уларҙың эше көйлө бара, сөнки бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торалар. Эштәре күп булыуына ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыһының үҙ шөғөлө бар.
Дәртле Әғләм Әбүбәкир улы үҙенең һаулығына бик һаҡсыл – скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнә.
– Беҙҙең төркөм 6-8 кешенән тора, һәм беҙ ҙур ҡәнәғәтлек менән иртәле-кисле өсәр километр араны йөрөп киләбеҙ, – тип уртаҡлаша ул.
Хафизовтар ғаиләһе райондың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. “Батырҙар” ғаилә ансамбле Халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында II, III урындар алған, гармунсыларҙың зональ конкурсында ҡатнашҡан. Ансамблдең иң ҙур ҡаҙанышы – “Шәжәрә-2017” республика конкурсында Гран-при.