Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
6 Февраль 2020, 16:00

Бармен Алла

Йыл һайын 6 февралдә Халыҡ-ара бармен көнө билдәләнә.

Хәҙерге заман йәмғиәтендә бармендың кем икәнен һәр кем белә. Был һөнәр киң таралған, һәм күп булмаһа ла, улар беҙҙең районда ла бар.
Алла Крючкова – “Каламбур” кафеһы хеҙмәткәре. Был һөнәр буйынса ул 2007 йылдан эшләй.
Красноуфимск һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, “Секретарь-референт” һөнәрен алып, ул тыуған яғына ҡайта. Хеҙмәт юлын мебель фабрикаһында башлай. Бер аҙ эшләгәс кафеға урынлаша. “Бармен” курсы үтә. Әлеге ваҡытта бармен һәм официант эштәрен бергә алып бара.
Күптәр уны еңел эш: бар артында кешеләр менән танышаһың, һөйләшәһең, бөтөн эсемлектәр – һинең ҡулда, ғөмүмән, һин үҙеңә үҙең хужа, тип иҫәпләй. Ләкин был хата фекер.
– Кафела бармен – мөһим, сағыу һәм алмаштырғыһыҙ фигура, – ти “Каламбур” кафеһы хужабикәһе Елена Русина. – Был вазифаға кешене беҙ бик иғтибар менән һайланыҡ. Ул был һөнәрҙең нескәлектәрен белеү генә түгел, ә стрестарға бирешмәүсән булырға һәм экстремаль шарттарҙа, кешеләр менән тулы шау-шыулы кафела эшләй белергә тейеш. Сөнки бында килеүселәр араһында төрлө кешеләр була, нигеҙҙә – йәштәр, улар йәшлектәре арҡаһында персоналға ихтирам күрһәтеп бармай, әммә Алла улар менән дә уртаҡ тел таба белә. Һәр нәмә уның ҡулынан килә. Ул аралашыусан, әүҙем, күңелсәк, һәм иң мөһиме, сыҙамлы һәм түҙемле.
Ә Алла үҙ эшен яратыуын һәм унан күп ыңғай хис-тойғолар алыуын белдерҙе.