Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
12 Ғинуар 2020, 11:00

Кеше хоҡуҡтары һәм закон һағында

Прокуратура эшендә иң мөһиме – хоҡуҡ яҡлау функцияһы. Прокуратура эшмәкәрлегендә кеше хоҡуҡтарының һәм азатлығының үтәлеүен күҙәтеү, дәүләттең законлы мәнфәғәттәрен яҡлау иң мөһиме булды һәм булып ҡала.

Мәсетле районы прокуратураһы 1965 йылдың февралендә булдырылған. Ул ваҡытта штаты ике оператив хеҙмәткәрҙән – прокурор менән тәфтишсенән торған. 1997 йылдан 2002 йылға тиклем прокурор ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсы һәм прокурор урынбаҫары вазифалары индерелә.
2018 йылдың ноябренән Мәсетле районы прокуроры итеп Азамат Шәйбәков тәғәйенләнде. Шулай уҡ райондың был хоҡуҡ һаҡлау структураһында прокурор урынбаҫары Эльдар Гәрәев, прокурор ярҙамсыһы Антон Конарев, I разрядлы белгес Айһылыу Мөхөтдинова, водитель Илнур Хәкимов эшләй.
2019 йылда район прокуратураһы ҡануниәтте боҙоуҙың 550 осрағын асыҡлаған, уларҙы бөтөрөү өсөн 177 күрһәтмә сығарған, 187 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Район прокуратураһы ҡарарҙары буйынса 81 кеше административ яуап-лылыҡҡа тарттырылған, шул иҫәптән дөйөм 327 мең һум суммаға штраф һалынған. Төрлө категориялы 127 дәғүә ғаризаһы, шул иҫәптән хеҙмәткәрҙәр файҙаһына 730 мең һум дөйөм суммаға хеҙмәт хаҡын түләтеү тураһында 87 дәғүә судтарға тапшырылған.
Прокуратура материалдары буйынса дүрт енәйәт эше, шул иҫәптән ауыл биләмәләренең береһенең элекке башлығына ҡарата эш ҡуҙғатылған һәм тикшерелгән.
Урындағы үҙидара органдарының норматив-хоҡуҡи акттарын өйрәнеү һөҙөмтәләре буйынса ҡануниәткә тап килмәгән 74 актҡа ҡарата протест белдерелгән, улар прокурор тикшереүенән һуң ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерелгән.
Район прокуратураһы коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең үтәлешенә етди иғтибар бүлә. Мәҫәлән, 2019 йылда коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоуҙың 37 осрағы асыҡланған, уларҙы бөтөрөү маҡсатында урындағы үҙидара органдарына ғәмәлдәге ҡануниәткә тап килмәгән норматив-хоҡуҡи акттарға ҡарата 14 протест белдерелгән, хоҡуҡи акттар-ҙан коррупциоген фактор- ҙарҙы бөтөрөү тураһында ике талап ҡуйылған. Улар барыһы ла үтәлгән, норматив-хоҡуҡи акттар ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ителгән. Коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу осраҡтарын бөтөрөү тураһында 17 күрһәтмә бирелгән, улар ҡаралған һәм ҡәнәғәтләндерелгән, 18 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, бер вазифалы кеше вазифаһынан бушатылған.
Район прокуратураһының тикшереү органына ебәрелгән тикшереү материалы буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы сатьяһының 3-сө бүлеге, 292-се статьяһының 2-се бүлегендә ҡаралған енәйәттәр (хеҙмәттә ялғанлау һәм мутлашыу) ҡылыу факты буйынса бер енәйәт эше ҡуҙғатыл-ған һәм тикшерелгән. Район прокуратураһы ҡарары менән бер кеше РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 6.29-сы статьяһының 1-се бүлегендә ҡаралған коррупцион хоҡуҡ боҙоу өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Район прокуратураһы суд-тарҙа дәүләт исеменән эҙәрләү өлкәһендә принципиаль позиция биләй. Мәҫәлән, район прокуратураһының дәүләт исеменән ғәйепләү менән сығыш яһауы һөҙөмтәһендә судтар төрлө енәйәттәр ҡыл-ған 119 гражданға ҡарата 111 енәйәт эшен ҡараған.
Эльдар ГӘРӘЕВ,
район прокуроры урынбаҫары.