Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Ноябрь 2019, 12:00

Аныҡлыҡ – бухгалтерҙың төп сифаты

21 ноябрҙә бухгалтерия өлкәһе белгестәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Айырым бер предприятиеның ғына түгел, ә тотош илдең иҡтисады улар-ҙың аныҡ эшенә бәйле.


Атаһы Фазылйән Абдрахман улы ғүмер буйы иҡтисад өлкәһендә хеҙмәт иткән. Уның теүәл фәндәргә һөйөүе ҡыҙына ла күскән. Буласаҡ бухгалтерия белгесе мәктәп йылдарында уҡ ошо өлкәнән һөнәр һайлаясағын белеп үҫә.

Оло Аҡа мәктәбен тамамлап, Луара Фазылйән ҡыҙы Саранск ҡулланыусылар кооперацияһы университетының иҡтисад факультетына “бухгалтерия иҫәбе, анализ һәм аудит” йүнәлеше буйынса уҡырға инә.

Диплом алып, районға әйләнеп ҡайт-ҡас, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә баш бухгалтер урынбаҫары, һуңынан баш бухгалтер булып китә. 2000 йылдан – үҙәк район дауаханаһы баш бухгалтеры.

– Уңышлы бухгалтер – ул яҡшы хәтерле, йыйнаҡ булырға, һәр ваҡыт белемен камиллаштырырға тейеш, – ти ул.

Ысынлап та, закондар һәм талаптар йыш үҙгәреп тора һәм “тренд”та булмаһаң, уңышҡа ирешеү тураһында һүҙ ҙә алып бараһы түгел. Бынан тыш, Луара Рәхимова бухгалтерияла эшләгән кеше ниндәйҙер кимәлдә юрист та, программист та булырға тейеш тип иҫәпләй.

Район дауаханаһы бухгалтерияһында бөгөн ете кеше эшләй. Уларҙың һәр береһе үҙ функцияларын башҡара, ә Луара Фазылйән ҡыҙы бар бүлектең эшен яйға һала һәм коллегаларына ярҙам итә. Бергә улар көйлө механизм булдыра. Йыл һайын бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре квалификацияларын арттыра, аттестация үтә һәм уҡый.

Бухгалтерҙарҙың эше нормаланмаған. Ә шулай ҙа хәҙер заманса технологиялар ярҙамында уларҙың ситтән тороп, отпуск һәм ял ваҡытында эшләү мөмкинлеге бар. Әммә бер заманса технология ла профессиональ бухгалтер- ҙы алмаштыра алмай. Тырышлығы һәм яуаплылығы өсөн Луара Рәхимова Баш-ҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Почет грамотаһына лайыҡ булған.