Һөнәри байрамдар
17 Ноября 2019, 06:00

Граждандарҙың тыныслығы һәм именлеге уның ҡулында

Йыл һайын 17 ноябрҙә РФ Эске эштәр министрлығының 2002 йылдың 6 сентябрендәге 868-се бойороғо менән булдырылған һөнәри байрам – Участка уполномоченныйҙары көнө билдәләнә.

Халыҡ участковыйҙар тип йөрөткән хеҙмәткәрҙәр полицияның граждандар менән эшендә төп урындарҙың береһен биләй. Сөнки хоҡуҡтары һәм именлектәре боҙолғанда кешеләр тәү сиратта тап уларға мөрәжәғәт итә.

Эшен эске эштәр етәкселеге юғары баһалаған Мәсетле районы участка уполномоченныйҙарының береһе – Рөстәм Хисамов. Полицияла ул 12 йыл хеҙмәт итә, шуларҙың 10 йылы – Абдулла һәм Оло Аҡа ауыл биләмәләре участковыйы. Ул юридик колледж һәм гуманитар институт тамамлаған, шунан һуң Мәсетле эске эштәр бүлегенә хеҙмәткә килгән.

– Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә мин армияла хеҙмәт итеп ҡайт-ҡандан һуң ҡарар иттем, – ти ул. – Һөнәр һайлауым аңлы аҙым булды. Закон һағында тороуҙы һәм кешеләргә ярҙам итеүҙе – намыҫлы эш тип иҫәпләйем.

Рөстәм Хисамовҡа, башҡа участковыйҙарға кеүек үк, бик ҙур бурыстар йөкмәтелгән. Ул үҙенә бүлеп бирелгән участканың “тын алышын”, унда ниндәй кешеләр йәшәүен һәм уларҙың бәләләрен белә. Уңышлылары ла, уңышһыҙ-ҙары ла – бөтөн контингент уның күҙәтеүе аҫтында.

Енәйәттәрҙе профилактикалауҙы һәм уларҙы фашлауҙы үҙенең төп эше тип һанай. Шуның менән бергә урындағы халыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеү мөһим. Шул маҡсат менән ул өйҙәрҙе йөрөп сыға. Рөстәм Раил улы участкаһында йәшәгән һәр кешене йөҙгә танып белә.

Уның фекеренсә, нәтижәле эштең тағы ла бер кәрәкле шарты – бөтә саҡырыуҙарға һәм хәбәрҙәргә ваҡытында яуап сараһы күреү. Граждандар-ҙың ышаныс кимәле лә, енәйәттәрҙе фашлау ҙа шуға бәйле.

Аҙна һайын граждандарҙы ҡабул итә. Ышанып, күҙмә-күҙ әңгәмәләшкән ваҡыттарҙа участковый халыҡтан уларҙың бәләләре һәм проблемалары хаҡында белә. Бөтә ошо ысулдар уға үҙе яуаплы булған ауылдарҙа һөҙөмтәле эшләргә ярҙам итә.

Оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегендәге юғары һөҙөмтәләре, йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса әүҙем эше һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәшеүе өсөн Мәсетле эске эштәр бүлегенең, район хакимиәтенең бихисап почет грамоталары, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хаты һәм III дәрәжәләге “Хеҙмәттәге отличиеһы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Участка уполномоченныйы яуаплы, аралашыусан һәм ныҡ ихтыярлы кеше булырға тейеш. Рөстәм Хисамов, һис шикһеҙ, ошо сифаттарға эйә. Шул арҡала уға ышанып тапшырылған участкала хоҡуҡ тәртибе һәм граждандарҙың тыныслығы һаҡланып ҡала.