Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Ноябрь 2019, 11:00

Иң элек – хеҙмәт

һайлаған юлдарына һәм тәғәйенләнештәренә: хоҡуҡ тәртибен һаҡлауға, законлылыҡты һәм ғәҙеллектең тантана итеүенә тоғро булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре йыл һайын 10 ноябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй.


Руслан Фәһим улының биографияһы күп йәштәштәренеке менән оҡшаш. Ябай ғаиләлә тыуып үҫкән. Яңы Мөслим мәктәбенең ун бер класын тамамлағас, Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Шунан уны армияға алалар. Абхазия менән Грузия араһындағы ҡораллы бәрелештәр ваҡытында тыныслыҡ урынлаштырыусы ғәскәрҙәрҙә элемтәсе булып хеҙмәт үтә.

Армиянан һуң милицияға эшкә килә. Хеҙмәт юлын дежур бүлектә оператив дежурный ярҙамсыһы вазифаһында башлай. Артабан дежур частың инженер-электронигы, штаб инспекторы була. Грамоталы, эшһөйәр, талапсан һәм дисциплиналы белгес булараҡ ошо йылдың апрелендә уны штаб начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр.

– Штабтың төп функцияһы – ул полицияның бүлек эсендәге эш кеүек үк башҡа көс ведомстволары, шулай уҡ район ойошмалары һәм учреждениелары менән дә эште координациялау. Беҙ мәғлүмәттәр йыябыҙ, улар-ҙы анализлайбыҙ, планлаштырабыҙ, прогноз яһайбыҙ, документтар әҙерләйбеҙ, ғәмәлдәге оператив хәл-шарттарҙы һәр яҡлап анализлау нигеҙендә ҡулайлы идара ҡарарҙары әҙерләйбеҙ, – тип, штаб бурыстарының бер ни тиклемен тасуирлап бирҙе майор Ғәйфуллин.

Хеҙмәтендәге уңыштары өсөн Рәсәй МВД-һының II һәм III дәрәжә “Хеҙмәттәге отличие өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Ул – бик шәп ғаилә башлығы, уның һаҡсыһы һәм таянысы. Ҡатыны Әлфиә Рафаил ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләйҙәр.

Полиция хеҙмәткәрҙәренең күпселеге кеүек Руслан Фәһим улы ла һөнәри байрамын эш урынында үткәрәсәк. Сөнки йыл миҙегеленә, һауа торошона, ял һәм каникулдарға ҡарамаҫтан, иң элек – хеҙмәт.

Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө хөрмәтенә МВД-ның Мәсетле районы буйынса бүлегенең бер нисә хеҙмәткәре ведомство наградалары менән бүләкләнгән: ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы полиция майоры Вадим Ғилметдинов һәм ИВС режимының төркөм дежурныйы ярҙамсыһы полиция старшинаһы Андрей Панов – II дәрәжә “Хеҙмәттәге отличие өсөн”, балиғ булмағандар эштәре инспекторы өлкән лейтенант Регина Ғәниева һәм полиция бүлеге начальнигы урынбаҫары майор Айгиз Миңләхмәтов – III дәрәжә “Хеҙмәттәге отличие өсөн” миҙалдары менән.