Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
7 Ноябрь 2019, 18:00

Хеҙмәт менән хөрмәт ҡаҙанды

Ауыл хужалығы эшсәндәренең һөнәри байрамы уңайынан райондың аграр тармағын үҫтереүгә күп көс һалған хеҙмәт ветерандары, улар-ҙың тынғыһыҙ көндәлек хеҙмәттәре тураһында һөйләп үтеү урынлы булыр. Улар беҙҙең арала күп. Ауыл уңғандарының береһе тураһында Теләш ауылынан ветеран уҡытыусы Рәзилә Фәрхетдинова яҙа.

“Бала һәм үҫмер саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, олпат йәшкә еткән сал сәсле әбей-бабай-ҙар тормошо йәштәр өсөн бик тә фәһемле. Улар бар ауырлыҡтарҙы, ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә күтәреп, көслө рухлы булып ҡала белгәндәр.

Мин үҙемдең бабайым Мулланур Сәфәрғәли улы Әхмәтшиндың ябай, әммә бик тә мәғәнәле тормош юлы тураһында яҙып китергә теләйем.

Мулланур Әхмәтшин Тәкә ауылында Сәфәрғәли менән Бибиәсмә ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ғаиләлә барлығы ете бала үҫәләр.

Һуғыш башланғас та атаһы фронт-ҡа алына. Әйткәндәй, Сәфәрғәли Әхмәтшин Шайморатов дивизияһы кавалерисы була.

Һуғыш осоронда әсәләре биш бала менән ҡала. Атаһы фронтҡа алынғанда 11 йәшлек кенә булып ҡалған Мулланур Сәфәрғәли улына әллә ни уҡырға тура килмәй. 6-сы кластан һуң эшкә егелә. Өс йыл ауыл көтөүен көтә. Артабан уны механизаторҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Ҡайтҡас та тағылмала, тракторҙа эшләй. Аҙ һүҙле, бик тырыш, эшсән була.

1949 йылда фабрика-завод уҡыуына ебәрәләр. Артабан армияға алына һәм Алыҫ Көнсығышта 3 йыл хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, тракторға ултыра, ә ҡыштарын иген киптереү комплексында хеҙмәтен дауам итә.

1956 йылда Теләш ауылы ҡыҙы Әнжилә Мөхәрәм ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр һәм матур итеп донъя көтөп алып китәләр. Ғаиләлә биш бала донъяға килә. Икеһе лә ғүмер буйы колхозда эшләнеләр. Бабайым намыҫлы һәм тырыш хеҙмәткәр, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була, уны хөрмәт итәләр. Фоторәсеме хужалыҡтың “Почет таҡтаһы”нда тора, рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары бик күп.

Мулланур Сәфәрғәли улы – тыл хеҙмәтсәне. Ауылда улар бер нисә генә ҡалып бара.

Әхмәтшиндар 63 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Өй һалып сығалар, балаларын уҡыталар. Әлеге көндә 10 ейән-ейәнсәргә, 9 бүлә-бүләсәргә олатай менән өләсәй булып йәшәйҙәр.

Бала ҡайғылары ла күрергә тура килде яҡындарыбыҙға. Ауыр ваҡыттарында бер-берҙәренә терәк булып йәшәйҙәр.

Бар ғүмерҙәрен колхоз эшенә бағышлап, ситтән килгәнде көтмәй, тырышып эшләп ғүмер иткәндәр. Бына шундай һоҡланғыс пар туғандарының һәм балаларының хәстәрлеген һәм яратыуын тойоп йәшәй”.