Династияға нигеҙ һалыусы Династияны дауам итеүсе Александр Попов.
Ауыл хужалығында механизаторҙар һәм шоферҙар, малсылар һәм ветеринарҙар династиялары бар. Ундай ғаиләләр беҙҙә күп. Нәҡ улар ауыл хужалығының асылын тәшкил итә.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Поповтарҙың ауыл хужалығына бағышлаған дөйөм эш стажы – 100 йылдан ашыу. Ә династияға нигеҙҙе 1931 йылғы Василий Владимирович Попов һала.
Уға 11 йәш булғанда фронтта атаһы үлеп ҡала һәм балаларҙы тәрбиәләү әсә иңенә төшә. Ул ваҡытта ҡатын Оло Ыҡтамаҡ ауылының Чапаев исемендәге колхозда эшләй. Эшкә бик иртә китергә тура килә. Балалар, әсәләренә хужалыҡ буйынса ярҙам итеп, үҙ аллы тормош көтөргә өйрәнәләр. Һәр кем бәләкәй сағынан уҡ хеҙмәткә, яуаплылыҡҡа, эшһөйәрлеккә өйрәнә, тәртипкә күнегә. Мәктәптә өс класс тамамлағас, Василий киске уҡыуға күсергә мәжбүр була. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 12 йәштән башлай. Кескәй сағынан уҡ техника менән ҡы-ҙыҡһына. 1949 йылда Ямаш ауылында курстар тамамлай һәм тракторсы булып китә. Оҙаҡ йылдар хаҡлы ялға сыҡҡансы “Серп и молот” колхозында эшләй. Тракторист, комбайнсы, бензовоз водителе була. Тырыш хеҙмәте өсөн “СССР-ҙың почет билдәһе” ордены һәм “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡатыны Галина Константиновна менән оҙаҡ йылдар бер-берҙәрен аңлап йәшәнеләр, ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙер улар-ҙың 6 ейәне һәм 4 бүләһе бар.
Улдары Владимир менән Юрий ғүмерҙәрен аталары кеүек ауыл хужалығына бағышланылар. Владимир Васильевич Красноуфимск техникумын тамамлағандан һуң “Серп и молот” колхозында автомеханик булып эшләй. Ә Юрий Васильевич армиянан һуң Яраҫтау училищеһында белем ала һәм шул уҡ колхозда тракторға ултыра. Ураҡ осоронда икеһе лә комбайнда эшләйҙәр. Уларҙың хеҙмәте колхоз етәкселеге тарафынан күп тапҡырҙар билдәләнә.
1994 йылда Поповтар аталы-уллы колхоздан сығырға ҡарар итә һәм үҙ крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Хужалыҡты Владимир Васильевич етәкләй башлай.
Үҙ эштәрен асыу өсөн колхоз етәкселегенән ер пайҙары һәм милек юллайҙар. Ошо ярҙам һәм үҙ тырышлыҡтары менән Поповтар хужалыҡтарын районда иң алдынғыларҙың береһе рәтенә сығара. Йылдар үтеүгә уларға алмаш үҫеп етә. Механизатор һөнәренә эйә булып, Василий Владимировичтың ейәне Александр эш башлай. Хәҙер ул атаһы Владимир Васильевич менән бергә ерҙәр эшкәртеп, иген сәсеп, хужалыҡтарын артабан үҫтерә. Үҙ көстәре һәм ҡара тир менән таба улар мөлкәтте. Йыл һайын хужалыҡтарында малсылыҡ күрһәткестәре яҡшыра. Бына инде 15 йылдан ашыу Александр Владимирович ололарҙан был эштең нескәлектәренә төшөнә. 2011 йылдан ул хужалыҡтың етәксеһе булып тора. Ауыл хужалығындағы юғары күрһәткестәре өсөн күп рәхмәт хаттары һәм наградалары бар. Ә 2018 йыл йомғаҡтары буйынса “Иң яҡшы фермер” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Бар ғүмерҙәрен ауыл хужалығында эшләүгә бағышлаған кешеләр ҙур ихтыяр көсөнә, сабырлыҡҡа эйә, маҡсатҡа ынтылыусан. Поповтар был сифаттар-ҙың барыһына ла эйә.