Суд приставтары хеҙмәте эшмәкәрлегендә төп йүнәлеш – суд ҡарарын үтәү: балиғ булмаған баланы ҡарауға алименттар түләтеү, хеҙмәткәр-ҙәргә тейешле хеҙмәт хаҡын бирҙереү, енәйәт һөҙөмтәһендә килтерелгән зыянды ҡаплатыу, бурыслынан енәйәт өсөн һалынған штрафты түләтеү, граждандар ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефле объекттың эшен туҡтатыу, законһыҙ юл менән төҙөлгән ҡоролманы һүтеү, бурысын түләмәй йөрөгән бурыслыны табыу.
Бөгөн Мәсетле районы буйынса суд приставтары бүлегендә 11 дәүләт граждан хеҙмәткәре закон һағында тора. Бүлек начальнигы – өлкән суд приставы Илдар Шәйәхмәтов. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарында 1992 йылдан эшләй.
Начальник урынбаҫары – өлкән суд приставы урынбаҫары Адис Хәйретдиновтың, суд приставы-башҡарыусылар Рәнис Әмировтың, Илшат Йоносовтың, Рәмзил Ғәләйевтың эшмәкәрлектәрендә төп бурыстар – башҡарыу документтары менән ва-ҡытында һәм дөрөҫ эш итеү, ҡуҙғатылған башҡарыу производстволары буйынса талаптарҙы үтәү. Бүлек хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эше ярҙамында ошо йылдың туғыҙ айында 45 млн һумдан ашыу аҡса тейешле кешеләренә ҡайтартылған һәм күсерелгән, шуның 4,4 млн һумы – Рәсәй Федерацияһының тупланған бюджетына. Бынан тыш суд приставтары балиғ булмаған балалар файҙаһына 1,8 млн һум алиментты түләтергә ярҙам иткән.
Судтарҙы, судьяларҙы һәм суд ултырышында ҡатнашыусыларҙы һаҡлауҙы суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеү буйынса суд приставтары Азат Ҡәләмов, Шәүкәт Вәлиев, Азат Батталов һәм Вадим Ғәлләмов тәьмин итәләр. Уларҙың үҙ бурыстарын башҡарыуы ғүмер өсөн хәүеф менән бәйле. Бүлек хеҙмәткәр-ҙәре 1078 суд ултырышы һәм баш- ҡарыу ғәмәлдәре хәүефһеҙлеген тәьмин иткән.
Тәүтикшереүсе Ришат Абдуллин Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте тикшереүе аҫтындағы енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса эш алып бара. Уның эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлештәрҙең береһе – енәйәт эштәрен судҡа тиклем алып барып еткереү. Быйыл туғыҙ айҙа ғына ул 11 енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Документация менән эшләү һәм түләтелгән аҡсаларҙы күсереү менән эштәр башҡарыусы Лилиә Баева шөғөлләнә.
Һөнәри байрамдары уңайынан өс хеҙмәткәр (һүрәттә) ведомство наградалары менән бүләкләнгән: Шәүкәт Вәлиев – Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Рәхмәт хаты менән, Азамат Ҡәләмов һәм Рәнис Әмиров – “Федераль суд прис-тавтары хеҙмәте ветераны” миҙалдары менән. Улар бүлектә 15 йылдан ашыу эшләй, үҙ бурыстарын уңышлы башҡаралар һәм йәш хеҙмәткәрҙәргә өлгө булып торалар.