Мәҡәләбеҙҙең утыҙ туғыҙ йәшлек геройы – Александр Крючков менән дә шулай була.
Ул ябай ғаиләлә тыуа. Әсәһе Татьяна Александровна бухгалтер булып эшләй, атаһы Виктор Григорьевич ҙур йөк машиналары баранкаһын әйләндерә. Әле бала саҡтан уҡ атаһының ҙур-ҙур машиналар менән ҡайһылай оҫта һәм еңел идара итеүен күҙәтеп, Александр үҫкәс мотлаҡ атаһы һымаҡ булырға хыяллана.
Армияға тиклем Александр Өфө автотранспорт техникумын тамамлап, механик һөнәренә эйә була. Шунан, артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 2000 йылда Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығына эшкә урынлаша. Күп тә үтмәй, атаһынан Рәсәй ҡалалары буйлап йөрөү тәжрибәһе алырға, уның менән берлектә йөк ташырға ҡарар итә.
Башта атаһы менән берлектәге рейс-тары Мәскәүгә, Мәскәү өлкәһенә, Санкт-Петербургка, Новосибирскка, һуңыраҡ тағы ла алыҫыраҡ араларға була. Йәш водителде таныш булмаған ҡалалар, үҙе кеүек үк юл һәм техника яратҡандар менән яңы танышлыҡтар йәлеп итә. Ләкин, йылдың теләһә ҡайһы мәлендә боҙолоп бөткән, соҡор-саҡырлы юлдар буйлап ил гиҙеүе бигүк еңелдән түгел, ниндәй генә кәртәләр осрамаһын, йөктө теүәл ваҡытына һәм бөтөн, һаҡланған килеш алып барып еткерергә кәрәк.
Тәжрибә туплап, 2009 йылда Александр үҙ аллы йөк ташыу менән шөғөлләнергә була. Бының өсөн ул үҙ эшмәкәрлеген теркәй һәм “Scania” ҙур йөк машинаһы һатып ала.
– Ундай эшкә һәр кем дә сыҙай алмай, – ти Александр Викторович, – сәғәттәр буйы баранка әйләндереү генә түгел, ә психологик яҡтан да ауыр. Әммә мин үҙемде юлдан башҡа күҙ алдына килтермәйем, уның өсөн үҙемдең һаулығымды һәм ғаиләмдең тыныслығын ҡорбан итергә тура килә. Бер нисә көн өйҙә булам, киләһе рейсҡа машинамды әҙерләйем дә һәм – тағы рейсҡа.
Хәҙер йыраҡ рейстарға йөрөүсе водителдәргә күпкә уңайлыраҡ: заманса йыһазландырылған машиналар, ял итеү өсөн кафеһе һәм ҡунаҡханалары бул- ған махсус туҡталҡалар, унда ашап, ял итеп алырға мөмкин. Кеҫә телефонынан тыш, һәр машинала рация бар, махсус тулҡында бер-береһенә трассаларҙағы тығындар, авариялар тураһында хәбәр итәләр һәм, ғөмүмән, яңылыҡтар менән уртаҡлашалар.
Александрҙың водитель стажы 20 йыл самаһы тәшкил итә, ул – күп миллионлы юлдар үткән тәжрибәле водитель, хәҙер уның юлы, нигеҙҙә, төньяҡҡа табан – Когалым, Уренгой, Сорғот, Нижневартовск. Иң оҙон сәфәре Поляр түңәрәге аръяғына булған, ул ике аҙна самаһы дауам иткән.
Александр Викторовичтың тылы ышаныслы – ҡатыны Екатерина Ивановна менән алты йәшлек улы Никита һәр ваҡыт уны рейстан түҙемһеҙлек менән тулҡынланып көтөп ала.
Үҫкәс кем булырға теләүе менән ҡыҙыҡһынғас, улы: “фурист”, – тип яуаплай. Был, ҙур йөк машиналары водителдәре булараҡ, Крючковтар динас-тияһы Александрҙа тамамланмаҫ, ә уның улы тарафынан дауам ителергә мөмкин, тигән һүҙ.