Һөнәри байрамдар
20 Октября 2019, 11:00

Һәр ҡалаҡта – күңел йылыһы

Ашнаҡсылар 20 октябрҙә һөнәри байрамдарын билдәләй. Мәсетле районы мәктәптәре һәм балалар баҡсалары кухняларында барлығы 84 ашнаҡсы хеҙмәт итә.



Ошо дата алдынан беҙ иң яҡшы коллективтарҙың береһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы ашнаҡсылары менән осраштыҡ.

– Беҙҙең ашхана хеҙмәткәрҙәре – эшһөйәр, яуаплы һәм барыһының да тиерлек был өлкәләге эш стажы ҙур, – ти тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Вәсимә Коженкова. – Улар һәр ваҡыт балаларҙы яғымлы йылмайып ҡаршы ала һәм күп уҡыусыларҙы исемләп белә. Шуға күрә балалар мәктәп ашханаһына бик теләп йөрөй.

Производство мөдире, үҙе үк шеф- йәки баш ашнаҡсы – Айгөл Вәхитова, был вазифала тәүге йыл эшләй. Әлегә тиклем Тайыш мәктәбендә ашнаҡсы булған. Баш ашнаҡсы кухнялағы бөтә процесс өсөн яуап бирә. Коллективта оҙаҡ йылдар Вәриҙә Мөбәрәкшина эшләй, ул балаларҙы уҡыу йорто асыл-ғандан алып ашата. Шулай уҡ Рәмзиә Миңләхмәтова, Мөслимә Ғиләзетдинова, Рәүилә Шәрәфетдинова, Гөлсәсәк Ғабдулхакова, Клара Зиннәтуллина һәм Эльмира Сибәғәтова уҡыусыларҙы тәмле, төрлө-төрлө һәм тулы ҡиммәтле ризыҡтар менән һөйөндөрә.

Йөкләнеш ҙур булыуына ҡарамаҫтан, гимназия ашнаҡсылары үҙ эштәрен “отлично”ға башҡара. Картуф иҙмәһен йәки борщты биш кешенән торған ғаиләгә әҙерләү – бер, ә дүрт йөҙ кешегә әҙерләү – ул икенсе нәмә. Кухня шарттарына ла һәр кем түҙә алмай. Эш ваҡытының 80 процентын тиерлек плита эргәһендә үткәрер өсөн ашнаҡсының һаулығы шәп булырға тейеш.

Гимназия интернатында йәшәүсе балаларға иртәнге ашты сәғәт 8-гә өлгөртөү өсөн ашнаҡсыларға иртә таңдан торорға тура килә. Әлеге уҡыу йылында мәктәп уҡыу-сылары туҡланыуына үҙгәрештәр индерелгән. Хәҙер ата-әсәләргә көнөнә 25 һәм 45 һумға ике менюның береһен һайлап алырға тәҡдим ителә. Ашамлыҡтарҙы тарат- ҡанда был эште ҡатмарлаштыра.

– Беҙҙең өсөн төп награда – ул иртәнге, төшкө һәм киске аштан һуң буш тәрилкәләрҙе күреү. Сөнки һәр бала өсөн мәктәп ашханаһында уны ваҡытында ғына түгел, ә тәмле, ҡайнар ризыҡ ашатыуҙары мөһим, – ти Айгөл Вәхитова.

Гимназияла 480-дән ашыу бала уҡый. Уҡыусыларҙың 98 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителә. Балаларҙы ашатыу дүрт аҙналыҡ бер-ҙәм меню буйынса тормошҡа ашырыла. Ул СанПиН нормаларына ярашлы төҙөлгән, “Роспотребнадзор” идаралығы һәм башҡа ведомство органдары тарафынан раҫланған.