Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
7 Октябрь 2019, 17:00

Тәүге мөһим аҙымдар

Иртә йәштән баланың һәләттәрен нисек үҫтерергә? “Балалар баҡсаһы шарттарында иртә йәштән баланың шәхесен теүәл үҫтереү” семинарында ошо һәм башҡа темаларҙы тикшерҙеләр. Район тәрбиәселәренең семинарҙа ниндәй яңы нәмәләр белеүе тураһында “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы мөдире Наталья Чистякова уртаҡлашты.

“Осрашыу Түбәнге Бобин ауылының “Василек” балалар баҡсаһында яңыраҡ асылған иртә үҫешеү төркөмөндә үтте. Уның Тәрбиәселәр һәм барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөндә булыуы иғтибарға лайыҡ.

Сараның маҡсаты – иртә йәштәге балалар менән эштә заманса ҡараштарҙы тикшереү, педагогтарҙы яңы белем биреү программалары һәм технологиялары менән таныштырыу.

Тәрбиәләнеүселәрҙә танып белеү әүҙемлеге формалаштырыу тәжрибәһе менән “Василек” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Елисеева уртаҡлашты. Бик бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, сабыйҙар һыу менән эксперименттарҙа, йәнһеҙ тәбиғәт сифаттарын һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙә әүҙем ҡатнашты.

Был дәрес Елена Смирнованың “Тәүге аҙымдар” иртә йәштәге балалар өсөн яңы белем биреү программаһы буйынса күрһәтелде. Уның менән коллегаларын Евгения Каменских (Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы) таныштырҙы.

Бик бәләкәй йәштәге балаларҙы музыкаль һәм физик яҡтан үҫтереү буйынса белем биреү программаһының бер өлөшөн Рита Кучерова (“Башаҡҡай” балалар баҡсаһы) күрһәтте. Иртә йәштәге төркөм тәрбиәсеһе һөнәренең үҙенсәлектәре, ата-әсәләр менән нисек партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу тураһында Гөлсара Абдулхаева (“Башаҡҡай” балалар баҡсаһы) һөйләне. Семинарҙа ҡатнашыусылар әлеге белем биреү программаһына йәнле ҡыҙыҡһыныу күрһәтте, теманың актуаллеген һәм кәрәклеген билдәләне.

Семинар программаһын “Василек” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары дауам итте. Йомғаҡ яһап, район мәғариф бүлеге методисы Светлана Янурова райондың барлыҡ мәктәпкәсә учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы”.