Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
7 Октябрь 2019, 15:00

Һәләттәр үҫентеһенән уңыш алыу

“Уҡытыусы” һүҙен беҙ йыш әйтәбеҙ, әммә уның тормошобоҙҙа ниндәй ҙур роль уйнауы хаҡында уйланмайбыҙ. Ә бит беҙҙең барыбыҙҙы ла күбеһенсә мәктәп һәм, тәү сиратта, педагогтар формалаштырған.

Бөгөн беҙҙең мәктәбе һәм уҡыусылары өсөн һәр ваҡыт янып-көйгән иҫ киткес кеше тураһында һөйләгебеҙ килә. Ул – Яңы Яуыш мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Хисмәтуллина.

Бала сағында, бөтөн ҡыҙҙар ҡыҙ-әсәй уйынын уйнағанда, ул үҙен уҡытыусы итеп тойоп, “мәктәп” уйнай, ә уҡыусылар ролен уның ҡурсаҡтары башҡара. Шуға күрә, ваҡыты еткәс, Светлана Рафай ҡыҙы, икеләнеп тә тормайынса, тотошлайы менән ғүмерен бағышларға әҙер булған әлеге һөнәрҙе һайлай.

Дыуан-Мәсетле мәктәбен тамамлағандан һуң, ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Яңы Яуыш ауылына эшкә ебәрелә. Шул саҡтан бирле бына инде 35 йыл ул уҡытыусы эшенә тоғро.

Уның дәрестәре көсөргәнешле уҡыу хеҙмәте менән генә түгел, ә танып-белеү шатлығы менән дә тулы. Белемен ул даими камиллаштыра, балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙең яңынан-яңы юлдарын һәм ысулдарын таба. Уҡытыусының ижад сығанаҡтары – уҡыусылар менән аралашыу, үҙенең һәм башҡа уҡытыу- сыларҙың тәжрибәһе, педагогтың дөйөм һөнәри мәҙәниәте, тормош тәжрибәһе һәм һөнәри һиҙемләүе.

Светлана Рафай ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәп завучы булып эшләгән. Әле, рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙан тыш, социаль педагог вазифаһын да башҡара. 2000-дән 2011 йылдарға тиклем Яңы Яуыш ауыл Советы депутаты була, “Бер-ҙәм Рәсәй” партияһында ағза булып тора.

Үҙен башкөллө яратҡан һөнәренә биреп, ул хаҡлы рәүештә коллегаларының, уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең ихтирамын яулаған.

Уның хеҙмәттәре лайыҡлы баһалан-ған: мәғариф бүлегенең, район хакимиәтенең бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. 2018 йылда Зәйнәб Биишеваның тыуыуының 110 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференцияла яҡшы һөҙөмтәләре өсөн “Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы баш-ҡарма комитетының Почет грамотаһы менән наградланған.

Интеллигентлыҡ, принципиаллек, кешене һәм хәл-шартты нескә тойоу һәләте, шәхескә ҡарата ихтирам, һәләттәр- ҙең иң бәләкәй үҫентеһенән дә уңыш ала белеү – ошоларҙың барыһы ла Светлана Хисмәтуллина тураһында.