Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
7 Октябрь 2019, 18:00

Үҙ бурыстарын яуаплы башҡара

6 октябрҙә Рәсәй страховкалаусылары һөнәри байрамдарын билдәләй.

Хәҙерге заман йәмғиәтен үҫешкән страховка системаһынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Тормошта хәүефле мәлдәр күп. Әммә күп осраҡта страховкалау юлы менән был хәлдәрҙең эҙемтәләрен күпкә кәметергә мөмкин. “Росгосстрах” компанияһы – илебеҙҙең страховкалау баҙарында лидерҙарҙың береһе булған эре компания. Уның хеҙмәттәрен беҙҙең районда Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы күр-һәтә. Коллектив менән Гөлсинә Әхтәрова етәкселек итә. Уның ҡулы аҫтында 20 агент һәм 2 менеджер эшләй.

Етәксенең һүҙҙәренсә, күп хеҙмәткәрҙәр профессионаллек күрһәтеп, үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалалар. Араларында тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе булып торған менеджер Рәйсә Әмирова коллективта хаҡлы рәүештә абруй менән файҙалана. Агенттарҙың барыһы ла уның контроле аҫтында эшләй. Ойошмала ул 32 йыл-ға яҡын хеҙмәт итә. Һөнәре буйынса финанстар белгесе “Росгосстрах” компанияһына осраҡлы ғына килеп эләгә һәм бында оҙаҡҡа тороп ҡала. Яҙмышын ошо һөнәр менән бәйләгәненә һис кенә лә үкенмәй, уны кешеләр менән даими аралашыу, һандар менән эшләү, бөткөһөҙ отчеттар, яңы страховка продукттарын өйрәнеү һис ҡурҡытмай. Быларҙың барыһын да эшләргә белә һәм оҫта башҡара. Рәйсә Ғәрәфетдин ҡыҙы үҙе менән эшләүселәргә ҡарата иғтибарлы, һиҙгер, һәр кемгә ярҙам итергә ашыға. Ул – үҙ эшен камил белгән белгес, тыныс һәм баҫалҡы кеше. Тырыш хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр “Росгосстрах” компанияһының Өфө ҡала-һындағы үҙәк офисы етәкселеге тарафынан бүләкләнә. Күп һанлы грамоталар һәм рәхмәт хаттары ошо хаҡта һөйләй.

Рәйсә Ғәрәфетдин ҡыҙы – яҡшы хужабикә лә: тормош иптәше менән бынамын тигән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, хужалыҡтары тәрбиәле.