Мин уҡыған йылдарҙа мәктәптә директор вазифаһын изге күңелле һәм шул уҡ ваҡытта талапсан уҡытыусы – Радик Хәтмуллин башҡара ине. Нәҡ уның хаҡында булыр бөгөн һүҙем.
Радик Мөхәмәтнур улы Теләш ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Тыуған ауылындағы мәктәпкә уҡырға барған. Белем алыу уға еңел бирелә. Бигерәк тә физика, математика, химия фәндәре ныҡ оҡшай һәм математика уҡытыусыһы булырға хыяллана. Маҡсатына ирешеү теләге уны Башҡорт дәүләт педагогия институтына алып килә. 1981 йылда, уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Радик Мөхәмәтнур улы математика һәм физика уҡытыусыһы булып тыуған районына эшкә ҡайта. Хәтмуллиндар ғаиләһендә дүртенсе бала, уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлап, ҡулына юғары белем тураһында диплом алып ҡайта. Был ваҡытта апайҙары Мәҙинә менән Әминә лә физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләгән була.
Хеҙмәт юлын Оло Аҡа урта мәктәбендә башлай. Артабан Яңы Мөслим менән Кесе Ыҡтамаҡта ла физика һәм математиканан балаларға белем бирә. Ул үҙләштергән белемен балалар менән теләп уртаҡлаша, кескәй күңелдәрҙә теүәл фәндәргә һөйөү тәрбиәләй.
Тормош юлында ғүмерлек юлдаш итеп ул Зимфира Альберт ҡыҙын һайлай. Икеһе лә бер үк һөнәр эйәләре булғанлыҡтан, бер-берҙәрен ярты һүҙҙән аңлап йәшәйҙәр. Зимфира апай уға дуҫ та, кәңәшсе лә, кәрәк сағында терәк тә була белде.
Радик Мөхәмәтнур улын Һабанаҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Йәш етәксене уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы ала. Ошо яуаплы вазифаны ул 18 йыл намыҫ менән үтәне. Бер юлы дәрестәр ҙә алып барыуын дауам итте. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, коллегалары араһында ихтирам яуланы. Директор булараҡ, маҡсатҡа ынтылыу-санлыҡ һәм коллектив өсөн яуаплылыҡ күрһәтте. Уҡыусылар дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөнө. Уға үҙ эшенә бирелеп китеп эшләү һәм профессионаллек хас. Алып барған физика һәм математика дәрестәре мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтә ине. Һәр миҫалды һәм мәсьәләне Радик Мөхәмәтнур улы еңел генә тормош менән бәйләп аңлата белде, шуның менән уның ябай теория ғына түгеллеген аңлатты. Беҙ физиканан яңы эксперименттарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек. Беҙҙең өсөн ул сабыр һәм изге күңелле уҡытыусы булды. Шул уҡ ваҡытта беҙ уның талапсанлығын да той-ҙоҡ. Уның һәр уҡыусыһының дәрестәре өсөн рәхмәтле булыуына шигем юҡ.
Ата-әсәһе мәрхүм булғас, Радик Мөхәмәтнур улы атай нигеҙен һыуытмаҫҡа тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Туған мәктәбендә математика уҡы-тыусыһы булып эш башлай. Ябайлығы, кешене аңлай белеүе, фиҙаҡәр хеҙмәте менән Теләш мәктәбендә лә абруй яулай. 2011 йылда Радик Мөхәмәтнур улына мәктәп коллективын етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Тағы ла алты йыл директор вазифаһын башҡарырға тура килә. Шулай итеп, 38 йыл дауамындағы хеҙмәт юлының 24 йылын директор вазифаһында үтә.
Ҡайҙа ғына эшләмәһен, коллективта уның тырыш, балалар-ға төплө белем биреүе, үҙ эшен бөтә күңел йылыһын һалып башҡарыуы, сабыр холоҡло, ғәҙел, белемле кеше икәнлеге күренә. Уны элекке коллегалары, уҡыусылары хөрмәт итә, онотмай. Ул – оҫта ойоштороу-сы, һәләтле етәксе. Намыҫлы хеҙмәте, мәғариф өлкәһендәге уңыштары өсөн “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе һәм Баш-ҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Исемен Баш-ҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме” район проектына индер-ҙеләр. Тәжрибәле уҡытыусы бөгөн дә балаларға белем биреүен дауам итә.
Радик Мөхәмәтнур улы – яҡшы ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Зимфира Альберт ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, уларға яҡшы тәрбиә һәм белем бирҙеләр. Ҡыҙҙары Лидия Урал дәүләт тау университетын тамамланы, улдары Ридан Екатеринбург ҡалаһындағы Ельцин исемендәге университетта уҡып, быйыл диплом алды.