Ҡасандыр бер һайлаған һөнәренә ул үҙенең тотош ғүмерен бағышлаған. Үткәрелгән меңәрләгән дәрестәр, бихисап уҡыусылар, мәктәп тамамлаусы рәхмәтле уҡыусылар – мәктәптә, Оло Аҡа балалары алдында таҡта эргәһендә үткән тотош бер ғүмер.
– Бала саҡта, күптәр кеүек үк, “мәктәп” уйнаным. Шуға күрә күп уйлап, һайланып торорға тура килмәне. Мәктәпте тамамлағандан һуң БДПИ-ның тарих-инглиз теле факультетына уҡырға индем. Шул юлды һайлауым өсөн бер тапҡыр ҙа үкенмәнем, – ти педагог.
Мәктәптә эшләү дәүерендә ул сығарылыш уҡыусыларының бер нисә быуынын әҙерләгән. Балаларҙың һәләттәрен үҫтереү буйынса күп эшләй. Уның уҡыусылары район һәм төбәк кимәлендәге олимпиадаларҙа, тикшеренеү конференцияларында, ижади конкурс-тарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
Лена Тимерғәли ҡыҙы күп йылдар директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын үтәй, район тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусылары методик берекмәһен етәкләй. Ниндәй генә вазифа биләмәһен, һәр ерҙә яуаплылыҡ, ойоштороу һәләттәрен күр-һәтә, эшкә мөкиббән китеп бирелә.
Бынан тыш ул класс етәкселеге менән шөғөлләнә. Тәрбиәләнеүселәрендә иң яҡшы күңел сифаттары тәрбиәләргә, тормош юлдарын дөрөҫ һайларға ярҙам итергә тырыша. Бында уға ата-әсәләр әүҙем булыша, улар менән дә мөнәсәбәттәре яҡшы.
Лена Ғәйнанованың мәҡәләләре “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында, Мәғарифты үҫтереү институтының “Выявление и развитие одарен- ности учащихся” йыйынтығында һәм башҡа күп кенә баҫмаларҙа сыҡҡан. Ул – республика һәм дөйөм Рәсәй белем биреү форумдары дипломанты, “Иң яҡшы заманса дәрес” дөйөм Рәсәй конкурсы, “Йыл уҡытыусыһы-2017” район конкурсы призеры һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе.
– Мин эшемде яратам һәм уны иң мөһим предмет тип иҫәпләйем, сөнки тарихты һәр кем белергә тейеш. Сит тел хәҙерге заман кешеһе өсөн шулай уҡ мөһим. Ә йәмғиәтте өйрәнеү – йәшәргә өйрәтеүсе предмет, – ти ул.
Лена Тимерғәли ҡыҙы ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр ауыл биләмәһе Советы депутаты итеп һайланған. Инициативалы, принципиаль, әүҙем тормош позицияһын тотҡан ҡатын ауылдаштарын теләгән бер йәмәғәт эшенә илһамландыра белә, ғәҙеллек һәм гуманлыҡ принциптарынан сығып, һәр ваҡыт кеше мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.