Булат Әснәф улы тыумышы менән Оло Аҡа ауылынан. Баш-ҡорт дәүләт медицина университетын һәм Өфө ҡалаһының 22-се дауаханаһы ашығыс медицина ярҙамы бүлеге ҡарамағында интернатура тамамлаған. Шунан инде тыуған ра-йоныбыҙға ҡайтҡан.
– Интернатура башланғас, йүнәлеш һайларға ваҡыт етте, мин, әлбиттә, ЛОР-табибы эшенең комплекслылығы арҡаһында отоларингологияға өҫтөнлөк бирҙем – сөнки беҙҙең эш терапия һәм хирургик манипуляцияларҙы бергә алып бара. Вузды тамамлағандан һуң минең төшөнсәләрҙә бик күп нәмәләр үҙгәрҙе. Хәҙер мин бер нәмәне аныҡ әйтә алам: был һөнәр һинең эш көнө сиктәренә генә һыйып бөтмәй. Медицинаға һин яңы тормошҡа килгән кеүек киләһең, ул һине баштан-аяҡ “йота”. Белгес булараҡ, бында һиңә ике юл бар: йә үҙеңде тотошлайы менән эшкә бирәһең, йә һиңә унан китергә тура киләсәк. Өсөнсөһө бирелмәгән. Мин үҙ юлымды һайланым һәм үкенмәйем, – ти Булат Сәйетов.
Бөгөн пациенттар бик күп, сөнки бөтөн Төньяҡ-Көнсығыш буйынса ике генә ЛОР-табип эшләй. Төп пациенттар – балалар. Улар йышыраҡ сирләй, сөнки иммунитеттары формалашып етмәгән.
Булат Әснәф улы консультациялар, тикшереүҙәр һәм планлы медицина тикшереүҙәре, сирҙәргә диагностика, шулай уҡ ҡайһы бер үҙенсәлекле тикшереүҙәр уҙғара. ЛОР-ға ҡолаҡтар, тамаҡ һәм танау сир-ҙәре менән бәйле теләгән бер һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин, әлбиттә, ләкин пациенттар йышыраҡ нимәһелер ныҡлап ауырта башлағас ҡына килә. Ә ниндәй сирҙе лә аҙҙырырға ярамай, сөнки һаулыҡҡа етди зыян килеүе ихтимал.
Докторҙы коллектив ҡына баһалап ҡалмай, пациенттар ҙа уның тураһында яҡшы фекер-ҙә. “Һәр ваҡыт иғтибарлы, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, сирҙе ваҡытында асыҡларға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм дауа бирергә тырыша”, – тиҙәр улар.
Булат Сәйетов үҫешеүҙе маҡсат итеп ҡуя. 2017 йылда ул Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән наградланған. 2014 һәм 2019 йылдарҙа квалификация күтәреү курстары үткән. РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында өҫтәмә белем алған. Башҡортостан Республикаһы отоларингологтары ассоциацияһында тора. Артабан һөнәрен арттырыуҙы һәм табип-сурдолог һөнәре алыуҙы планлаштыра.